«Үлемһеҙ полк»  Хәйбулла районы үҙәге Аҡъяр урамдары буйлап та  үтте 09.05.2017

Еңеү паркында уҙған тантаналы митингта ветерандар, район хакимиәте , төрлө ойошма һәм учреждение  вәкилдәре  ҡатнашты.

Бөтә ил менән бергә хәйбуллалар ҙа был изге көндө түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Сөнки Еңеү көнө барыһы өсөн дә   төп байрамдарҙың  береһе . Ветерандарҙың сафы  ҡыҙғанысҡа ҡаршы йылдан йыл һирәгәйә  бара. Әммә уларҙың батырлығы  мәңге халыҡ хәтерендә.  
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Хәйбулла районынан алты меңдән ашыу  кеше Ватан һағына баҫа. Уларҙың ни бары  яртыһы ғына кире әйләнеп ҡайта. Бөгөн районда  ун өс  һуғыш ветераны иҫән, шуларҙың бишәүһе байрам сараһында ҡатнашты.Шулай уҡ йөҙҙән ашыу  тыл ветераны  тыныс  күк йөҙөнә шатланып ғүмер итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика