«Үлемһеҙ полк» акцияһына ҡушыл

«Үлемһеҙ полк» акцияһына ҡушыл 27.04.2015

Томск ирекмәндәре нигеҙ һалған башланғысҡа 2013 йылда тәүгеләрҙән Белорет ҡалаһы вәкилдәре ҡушылғайны. Былтыр ул республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә үтте. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан күләмле акцияға ҡушылыусылар һаны тағы ла арта.

Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында белем алыусы Аиша Атнағолова «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашырға әҙерләнә. Ул олатаһын күрмәһә лә, әсәй, өләсәләре һөйләүе,  шулай уҡ ул яҙған китаптары аша ла яҡшы белә. Һүҙ Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Яныбай Хамматов хаҡында. Аиша Атнағолова олатаһының тормошо һәм ижады хаҡында сәғәттәр буйына һөйләргә әҙер.
Яныбай Хамматов Ҡыҙыл Армия сафына 1942 йылдың авгусында алына. Һарытау өлкәһенең Вольск ҡалаһындағы полкта хәрби әҙерлек үтә. 1942 йылдың аҙағында ауыр контузия ала һәм ярты йылға яҡын госпиталдә дауалана. Унан һуң Орск ҡалаһында авиация белгестәре мәктәбен тамамлап, ҡабат фронтҡа китә. 1946 йылда ғына демобилизациялана.
«Үлемһеҙ полк» маршы... Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә лә яҡлай тапҡан  проекттың маҡсаты ябай: Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарҙы йәки яуҙан ҡайтып, баҡыйлыҡҡа күскән ветерандарҙы иҫкә алыу, йәш быуынды олатайҙар ҡаһарманлығы менән таныштырыу. Өфөлә үтәсәк акцияла быйыл барлығы 15 меңләп кешенең ҡатнашыуы көтөлә. «Үлемһеҙ полк» маршы Рәсәй төбәктәренән тыш, донъяның 12 илендә үтә.
Вадим Курилов, «Үлемһеҙ полк» бөтә Рәсәй акцияһының Өфөләге ағзаһы: «Акцияла теләге булған һәр кем ҡатнаша ала, бының өсөн 9 май парадына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, әммә бөгөн беҙҙең арала булмаған атайығыҙ, олатайығыҙ йәки башҡа туғанығыҙҙың фотоһын әҙерләп, уның исем-шәрифен, хәрби званиеһын күрһәтеп, транспарант эшләргә кәрәк. Әлбиттә, һалдаттың биографияһын һәм яу юлын  белеү ҙә  мотлаҡ».
Яҡындары тырышлығы менән «Үлемһеҙ полк» акцияһында  күренекле башҡорт яҙыусыһының рухы ла иҫк әлаынасаҡ.  Данлыҡлы олатайҙың фотоһүрәтен  транспарантҡа беркетәһе генә ҡалған.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку