«Үлемһеҙ полк»  акцияһына  теүәл бер аҙна ваҡыт  ҡалды 02.05.2017

Әле акцияға ҡушылыусылар Бөйөк Еңеү өсөн йәнен-тәнен аямаған һуғыш һәм тыл ҡаһармандарының фотоһүрәттәрен әҙерләй, рамдар эшләй. Өфөнөң 27-се урта мәктәбе акцияға тулы составта ҡушылмаҡсы. Хәрби-патриотик тәрбиә биреү буйынса «Рәсәйҙең иң яҡшы 10 мәктәбе» исемлегенә ингән мәғариф учрежениеһында был эш яҡшы ойошторолған. Әле белем усағында һуңғы әҙерлек эштәре бара.

Матвей Омельченко  акцияға Воронеж өсөн барған ҡаты бәрелештәрҙә һәләк булған рядовой олатаһы ның фотоһүрәте менән сығырға әҙерләнә. Олатайымды тере килеш күрергә яҙмаһа ла, атайым һәм әсәйемдең һөйләүе буйынса яҡшы беләм, ул бик батыр, ҡыйыу кеше булған. Һуғыш башланғас үҙ теләге менән фронтҡа киткән, ти Матвей.
Матвей Омельченко, Өфөнөң 27-се мәктәбе уҡыусыһы: «Олатайымдың һалдат кейемендәге фотоһүрәтен беҙҙең ғаилә бик ҡәҙерләп һаҡлай. Әле мин уны  рамға ҡуйып акцияға тотоп сығырға йыйынам. Еңеүсе ейәне булыу минең өсөн  оло ғорурлыҡ».
Һуғыш еле  бер кемде лә ситләп үтмәй, тотош ғаиләһе менән  ил һағына юлланыусылар ҙа була. Шуға күрә уҡыусылар араһында акцияға тотоп сығырлыҡ  кешем юҡ тиеүселәр табылмаған. Берәүҙәр  һуғыш, икенселәре тыл ҡаһармандарының фотоһүрәттәрен әҙерләй, еңеү уртаҡ көс менә яулап алына.
Быйыл «Үлемһеҙ полк» акцияһы 4-се тапҡыр ойошторола. Еңеү һалдаттары баш ҡаланың Октябрь проспекты буйлап уҙасаҡ. Былтыр акцияла   52 мең кеше ҡатнашҡайны, быйыл саф тағы ҙурыраҡ булып тип көтөлә. Сөнки йылдар үткән һәм һуғыш шаңдауы алыҫлашҡан һайын беҙ Бөйөк Еңеүҙең ҡәҙерен, уның ниндәй юғалтыуҙар менән яулап алыныуын яҡшыраҡ аңлайбыҙ.  Был сара йәш быуын да тарихҡа һөйөү, ихтирам тәрбәиләү ҙә лә оло әһәмиәткә эйә ти Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика