«Үлем һатыусылар хаҡында хәбәр ит!»

«Үлем  һатыусылар  хаҡында хәбәр ит!» 17.03.2015

16 - 27 мартта Башҡортостанда Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияның беренсе этабы үтә. Сараның маҡсаты - наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә бәйле енәйәттәрҙе иҫкәртеү.

Хоҡуҡ һаҡлау органдарының йәмәғәтселек менән берлектә эш итеүе эҙһеҙ үтмәй. Былтыр  ноябрҙә уҙған ун ике көнлөк акция барышында граждандарҙың  һәм йәмәғәт ойошмаларының  300-ҙән ашыу мөрәжәғәтенә  таянып,151 енәйәт эше ҡуҙғатылған, 76  административ протокол  төҙөлгән, наркотиктар әҙерләү һәм  сауҙа итеү менән шөғөлләнеүсе 16 урын эшмәкәрлеге тыйылған.  Наркотиктар әйләнешен  контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы быйыл да мөһим сараны  республиканың Эске эштәр министрлығы, урындағы үҙидара  органдары, һаулыҡ һаҡлау һәм  мәғариф  өлкәһе белгестәре менән берлектә уҙғара.
Константин Максимов, наркотиктар әйләнешен күҙәтеүҙә тотоу буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы бүлеге етәксеһе: «Наркотиктарға бәйле мәғлүмәтте тәүлек әйләнәһенә  8-800-347-20-30 һәм 128 телефондары аша хәбәр итергә мөмкин. Мәғлүмәт биреүсе кешеләрҙең исемдәре сер итеп һаҡланасаҡ.
Халыҡ һәм йәмәғәт ойошмалары тарафынан еткерелгән һәр бер мәғлүмәт мобиль оператив төркөмдәр тарафынан ентекле тикшереләсәк. Былтырғы тәжрибәнән күренеүенсә, акция барышында шылтыратыуҙар ике тапҡырға арта. Аҡ үлем менән сауҙа итеүселәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу эше әүҙемләшә. Наркотик ҡулланыусылар дауаханаларға һәм реабилитация үҙәктәренә оҙатыла. Наркопритондар юҡ ителә».  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика