Ҡәләм һәм штык менән 07.05.2015

Бөгөн Матбуғат йортонда  Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан  Өфө журналистары иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.

Таҡтаташта  дошман илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкән 102 журналист-ветерандың  исем-шәрифе теркәлгән.  Был Матбуғат йортоноң фойеһында ҡуйылған икенсе стенд.   Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының иҫтәлеген мәңгеләштергән тәүге таҡтаташ 90-сы йылдарҙа асыла. Бер стендта фронт һыҙығында  башын һалған 37 журналистың исеме уйып яҙыла, икенсеһе яу яланынан иҫән-һау әйләнеп ҡайтып   тыуған илендә вафат булған ветерандар иҫтәлегенә бағышлана. Һуңғы йылдарҙа  юғалтыуҙар исемлеге артыуын иҫәпкә алып Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы яңы таҡтаташ асырға хәл ителгән.  
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөнән  167 журналист ҡулына ҡорал алып  ил һағына баҫа.  Уларҙың 37-һе яу яланында ятып ҡала. Һүҙ  оҫталарына дошман илбаҫарҙарына ҡаршы  ҡорал менән генә түгел, һүҙ көсө менән дә алышырға тура килә. Улар фронтташ дуҫтарын илһөйәрлек, ватансылыҡ тойғоһо менән һуғарылған материалдары менән дәртләндереп тә тора, үҙҙәре лә алғы һыҙыҡта була.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика