Һүҙ көсө

Һүҙ көсө 17.01.2017

Гәзит мәҡәләһе тотош бер ауылға йән өрөүҙә булышҡан. «Архангел хәбәрсеһе» район баҫмаһында сыҡҡан статьяны уҡығас, Владимир Никитин һүҙ барған Петропавловканы нисек тә булһа тергеҙергә кәрәк, тигән ҡарарға килә. Ауыл уҙған быуаттың 70-се йылдарында перспективаһыҙ тип танылып, юҡҡа сыҡҡан була. Владимир Георгиевич тыумышы менән ошо төбәктән булған туғандарына мөрәжәғәт итә, һәм оҙаҡламай улар бында күсеп тә килә. Әле ауылда тиҫтәнән ашыу ихата бар.

Владимир Георгиевичтың урамға сыҡҡанда күңеле шатлана. Сөнки  Петропавловканың әле буш тормауына тап ул сәбәпсе. Беҙ ауылға күсеп килгәндә бында бер емерек йорт ҡына тора ине,  тип иҫкә ала замандашыбыҙ. Иң башта Владимир Никитин бында тормош иптәше һәм еҙнәһе менән килә. Ҡышты иҫке йортта сығалар, аҙаҡ өй туйлап, өсәүләп йәшәй башлайҙар.
Никитиндарҙың ҡыйыу аҙымын күреп, артабан башҡа туғандары ла, хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙҙәре тыуып үҫкән төбәккә ҡайта башлай. Яңынан-яңы йорттар ҡалҡып сыға, халыҡ ишәйә, һәм 2006 йылда Петропавловкаға ҡабаттан ауыл статусы ҡайтарыла. Башлыса  ҡәрҙәштәрҙең, ҡала ерен ташлап еңел булмаған ауыл тормошона сумыуҙарына үкенеүселәр юҡ.  
Шул да иғтибьарғ алайыҡ -  тәү башлап Петропавловкаға ҡайтыу тәҡдимен күтәреп сығыусы Владимир Никитин тыумышы менән Новосибирск ҡалаһынан, ә тормош иптәше  ошо ауылдан. Ғүмеренеңе күп өлөшөн хәрби  хеҙмәткә арнаған Владимир Георгиевичтың Петропавловка тураһындағы мәҡәләне күреп ҡалыуы ла осраҡлы түгел, ул матбуғат менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә, үҙе лә шиғырҙар яҙа.
Ә инде ауыл тормошон үҙгәрткән мәҡәлә авторы, Александр Кожевников, 20 йылдан һуң Петропавловка тураһында йәнә мәҡәлә яҙа. Был юлы тергеҙелгән ауыл тураһында. «Гәзит минең тормошомдо нисек үҙгәртте» тигән мәҡәләнең төп геройы Владимир Никитин «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто иғлан иткән конкурс еңеүсеһе тип тә таныла.  
Әле 77 йәшлек Владимир Никитин ихатаһында яңы йорт төҙөй. Ейәндәремә булыр ти ир. Уның хозур тәбиғәтле, саф һауалы, йәм-йәшел туғайлы Петропавловканың инде яңынан картанан юҡҡа сыҡмаҫына  ышанғыһы килә. 20-се быуаттың 20-се, 30-сы йылдарында Архангел районында 200 ауыл иҫәпләнһә, әле улар 70-кә ҡалған. Тимәк әлегә мәсьәлә көнүҙәклеген юғалтмай.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика