Үҙәк һайлау комиссияһы студенттар һәм аспиранттар араһында үткәргән конкурсҡа йомғаҡ яһаны 05.09.2014

Бындай үҙенсәлекле ярыш Һайлау ҡанундарын  халыҡтың киңерәк ҡатламына еткереү өсөн ойошторола.

Маҡсат бер - һайлау кампанияһында ҡатнашыуға мөмкин тиклем күберәк кешене йәлеп итеү.Халыҡ менән туҡтауһыҙ эш алып барыуҙы Үҙәк һайлау комиссияһы үҙенең төп бурыстарының береһе итеп һанай.
Һайлау хоҡуғы, һайлау процесы тигән темаларға  үткән конкурста  йәштәр теләп ҡатнаша. Унда баш ҡаланың ғына түгел, уның төрлө төбәгендәге юғары уҡыу йорттары студенттары һәм аспиранттары бар.
Конкурс темалары тәү ҡарашҡа ирекле күренһә лә, уларҙың тик һайлауҙар темаһына ғына ҡағылышлы булырға тейешлеге төп шарт.
БДУның Сибай филиалы студенты Динара Әхмәтйәнова конкурс эше итеп «Һайлауҙарҙа мәғлүмәт технологиялары» тигән тема алған. Икенсе урынды алған ҡыҙға  диплом һәм 5 мең премия тапшырылды. Буласаҡ юрист Дамир Ишембаев «Республика, Өлкә етәкселәрен һайлау» тигән теманы үҙ иткән.  
14 сентябрҙә республика етәксеһе менән бер рәттән район-ҡала советтарына һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай округтарының береһендә һайлауҙар үтә. Әлеге мәлдә участок һайлау комиссиялары тулы ҡеүәткә тиерлек эшләй.
Үҙәк һайлау комиссияһы 3 миллион 69 мең кешенән торған исемлек төҙөгән. Ошо күп һанлы һайлаусылар менән эш «тынлыҡ көнө» еткәнсе, йәғни һайлауҙар башланырға бер көн ҡалғансы эшләйәсәк.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика