Үҙ иленең  батырҙары 04.05.2015

Өфөлә йәшәүсе Вәсимә һәм Исмәғил Мифтаховтар һуғыш, тыл һәм хеҙмәт ветерандары.

Вәсимә һәм Исмәғил Мифтаховтар бәхет серен яҡшы белә. Күптән түгел татыу ғаилә бергә йәшәүҙәренең 65 йыллығын билдәләне. Ҡасандыр Вәсимә менән Исмәғил бер мәктәптә уҡыған, бала саҡта уҡ бер-береһен яҡшы белгән.
Исмәғил Әхмәт улы Баймаҡ аэроклубында шөғөлләнеп, Силәбе авиация училищеһын тамамлай. Элемтә ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Хәрби сынығыуҙы ул Сталинград алышында ала. Исмәғил Мифтахов стратегик әһәмиәтле ҡала өсөн һуғышты бөгөнгөләй хәтерләй. Фашистар ил етәксеһе исемен йөрөткән ҡаланы алыу өсөн күп көс һала. Сталинград операцияһын дошмандар аҙна-ун көн эсендә тамамларға иҫәп тота. Ләкин вермахтың планы тормошҡа ашмай. Ярты йыл дауам иткән ҡанлы  бәрелештә  совет ғәскәрҙәре бер аҙым да артҡа сигенмәҫкә тигән приказ ала. Был девиз әле булһа сал сәсле яугирҙың ҡолаҡ төбөндә яңғырай.
Исмәғил Мифтахов Бөйөк Ватан һуғышында элемтәсе була. Ҡыйыу егет төрлө һауа шарттарында ысын мәғәнәһендә шыуышып йөрөп еңеү яулай. Элемтә булдырыу өсөн иптәштәре менән ниндәй генә саралар күрмәй. Хәрби техниканан, бомба-снарядтан өҙөлөп ҡалған сымдарҙы хатта теш менән дә ялғарға тура килә.
Исмәғил Мифтаховтың, шартлаған снарядтан ергә күмелгән, Днепрҙы аша сыҡҡанда боҙло һыу аҫтына киткән саҡтары ла була.  Был көндәр күптән артта ҡалһа ла,  ул осор ваҡиғалары күңелдән китмәй, әле булһа ветерандың күҙҙәренән йәштәр сығара. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татыған  хөрмәтле ветерандар  йәш быуынға тик тыныс тормош теләй.  
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика