Үҙидаралыҡ емештәре

Үҙидаралыҡ емештәре 13.10.2015

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһы йылдам үҫешә. Төҙөлөш эштәре бер ваҡытта ла тынмай. Ләкин бының кире яҡтары ла бар, мәҫәлән, йыш үтеүсе йөк автомобилдәре юл ҡатламын боҙа.

Шуға ҡарамаҫтан, ҡасаба урамдары  насар хәлдә тип әйтеп булмай. Бындай һөҙөмтәгә урындағы хакимиәт менән халыҡ уртаҡ тырышлыҡ ярҙамында өлгәшә. Мәҫәлән, ҡасабала йәшәүселәр Офицерҙар урамын тәртипкә килтереүҙә әүҙем ҡатнашҡан һәм хәҙер 15 йыл элек һалынған юлдан йөрөү бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай.
Ә бына Туғай урамында юлға быйыл яңы асфальт һалынған. Башланғысты урындағы территориаль йәмәғәт үҙидаралығы күтәреп сыҡҡан. Ойошмаларҙың һөҙөмтәле эшләүен район хакимиәте лә ыңғай баһалай.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку