«Өфө-Ырымбур» автомобиль юлының һигеҙ саҡрымлыҡ участкаһы капиталь ремонттан һуң файҙаланыуға тапшырылды

«Өфө-Ырымбур» автомобиль юлының һигеҙ саҡрымлыҡ участкаһы капиталь ремонттан һуң файҙаланыуға тапшырылды 21.11.2017

Күләмле проект сиктәрендә Стәрлетамаҡ районы Подлесное ауылы янында һыу ағыҙыу һәм мал ҡыуыу өсөн ер аҫты үткәүелдәре төҙөлгән.

Ауырғазынан Стәрлетамаҡ районына илткән юл участкаһы төҙөкләндерелгәндән һуң ниһайәт файҙаланыуға тапшырылды. Капиталь ремонт һигеҙ саҡрымлыҡ арала башҡарылған. Тәүгеләрҙән булып яны асфальт ҡатламының ныҡлығын йөк машиналары һынаны.  Күккә осоролған төрлө төҫтәге шарҙар иһә - юл төҙөүселәрҙең шатлыҡ билдәһе, тырышлыҡ һөҙөмтәһе.
Подрядсы ойошма был участкала башҡарылған ремонт эштәренә дүрт йыллыҡ гарантия биргән. Дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттары  буйынса юлдың артабан файҙаланыуы өсөн дә тап улар яуаплы. Әйткәндәй, биләмәне төҙөкләндереү сиктәрендә урында яңы юл билдәләре ҡуйылған, автобус туҡталыштары билдәләнгән, һыу торбалары һуҙылған.
Стәрлетамаҡ районында ла шишмәләр бихисап. Өфө-Ырымбур юлын төҙөкләндереү барышында  Подлесное ауылы янында  урынлашҡан участкала һыу торбаһы яңыртыла.  Урында ямғыр канализацияһы системаһы, таҙартыу ҡоролмалары эшләй. Ер ишелмәһен өсөн төҙөлөштә махсус технология ҡулланыла.
Шулай уҡ  хәҙер урындағы халыҡ малын юл аша ҡыуып йөрөмәйәсәк. Бының өсөн 72 метр оҙонлоҡта ер аҫты үткәүеле булдырылған. Әйткәндәй, ике объект төҙөлөшө лә былтыр ноябрҙә башлана. Ҡоролмаларҙы асыу тантанаһында төҙөүселәргә рәхмәт хаттары тапшырылды. Автоһәүәҫкәрҙәр өсөн иһә ремонтланған юл участкаһы рәсми рәүештә 23 ноябрҙә асыласаҡ.
Өфө-Ырымбур юлында киләһе йылда ла төҙөкләндереү эштәре алып барыласаҡ. Тағы ла 118 саҡырым арауыҡта капиталь ремонт эштәре башҡарыласаҡ. Был, әлбиттә, ике төбәктең иҡтисади үҫешенә лә булышлыҡ итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика