"Өфө" халыҡ-ара аэропортында физик мөмкинлектәре сикләнгән пассажирҙар өсөн икенсе амбулифт барлыҡҡа килде 19.07.2017

Төбәк аэропорты илдә махсус ике машинаһы булған ҡалалар араһында Мәскәү һәм Санкт-Петербургтантан һуң өсөнсө урында килә. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, икенсе амбулифт һыйҙырышлы һәм уңайлы.

Бер йыл эсендә  "Өфө" аэропортында физик мөмкинлектәре сикләнгән ике меңгә яҡын кеше теркәлгән. Хеҙмәткәрҙәр уларҙы күсереп ултыртыу, ҡаршы алыу эштәрен үҙ өҫтөнә алған. Махсус ике машинаһы менән хәҙер Өфө аэропорты ла маҡтана ала, сөнки исемлектә Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан ҡала, ул өсөнсө урында килә.

Яңы ҡоролмала шулай уҡ пассажирҙы носилкала йөрөтөү мөмкинлеге бар. Йөк платформаһы алты метр бейеклеккә тиклем күтәрелә, был төрлө һауа судноларына барып етеү уңайлығын бирә. Ҡоролманы алыуға өс миллион һум самаһы аҡса тотонолған. Аэропорт хеҙмәткәрҙәре бөгөн амбулифттың даими эшләүен, һорау менән ҡулланыуын иҫәпкә алып, уның мөһимлеген билдәләй.

Кисә генә эш башлаған яңы амбулифт ике саҡырыу ҡабул итеп өлгөргән дә инде. Уңайлы машинала күрһәтелгән ярҙамды пассажирҙар ыңғай баһалаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика