«Үҙ эшенең оҫтаһы»

«Үҙ эшенең оҫтаһы» 27.08.2014

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ  хеҙмәткәрҙәре араһында һөнәри конкурстар дауам итә.

Бөгөн бәйге урам һепереүселәр араһында үтте. Сарала баш ҡаланың һигеҙ районы вәкиле көс һынашты. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ҡатын-ҡыҙҙар. Бәйге шарттары буйынса уларға газон сабыу, ҡыуаҡтарҙы тигеҙләп киҫеү һәм өй алды тирәһен таҙартыу талабы ҡуйылды. Һөҙөмтәлә Дим районынан Ольга Морозова еңеүсе тип табылды.
Наталья Орехова, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе: «Тирә-яҡ мөхит таҙалығы - ул гүзәл заттарыбыҙҙың хеҙмәте. Призлы урын алыусылар аҡсалата премия менән бүләкләнә, ә еңеүсе республика кимәлендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре араһында үтәсәк бәйгелә баш ҡалабыҙ данын яҡлаясаҡ. Сарала ҡатнашыусылар 29 августа тантаналы шарттарҙа тәбрикләнәсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку