Үҙ еренә тоғро шәхес

Үҙ еренә тоғро шәхес 19.06.2015

Федоровка районының Бала Сытырман ауылында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған агрономы Линир Сәлишев иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Ауыл мәҙәниәт йортонда хәтер кисәһе ойошторолдо. Күренекле шәхесте Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре, күренекле ғалимдар һәм ауылдаштары иҫкә алды.  

Рәсәйҙең атҡаҙанған агрономы Линир Сәлишев ябай агроном һөнәренең абруйын юғары кимәлгә күтәргән күренекле белгес. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында ул Федоровка районының Пугачев совхозы баҫыуҙарында тупраҡты минималь эшкәртеү ысулын һынай башлап, уңыш ҡаҙана. Ошо ысул менән хужалыҡ гектарынан 25 центнерға тиклем  уңыш алыуға ирешә.    
«Пугачев» совхозында эшләгән йылдарында Линир Сәлишев бар тирә-яҡтың хөрмәтле шәхесенә әүерелә. Һәләтле агроном тормошоноң һәр көнөн тыуған ер яҙмышы өсөн борсолоп йәшәй.  
Тыуған районында һәм республика төбәктәрендә лә Линир Сәлишевтың алдынғы тәжрибәһен күтәреп алыусылар күп.  Оҙаҡ йылдар күренекле агроном менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтары ла  Сәлишев ысулын әле лә уңышлы ҡуллана.  
90-сы йылдар уртаһында Пугачев совхозында Линир  Сәлишевтың тәжрибәһен өйрәнеү буйынса Бөтә Рәсәй семинары ла уҙғарыла.  Тупраҡты минималь эшкәртеү ысулының  һөҙөмтәлелеге тиҫтәләрсә ғилми хеҙмәттәрҙә раҫлана һәм киң ҡулланышҡа тәҡдим ителә.
Арҙаҡлы агрономдың эш тәжрибәһен өйрәнеү өсөн Башҡортостанға сит ил ғалимдары ла килә. Әммә киң танылыу яулауына ҡарамаҫтан,  Линир Ибраһим улы үҙен  тормошта  үтә ябай кеше итеп күрһәтә. Ҡатыны, ауыл табибы Менәүәрә Хәбибулла ҡыҙы менән улар ауылдаштарына  өлгө булып йәшәй.
Ауылдаштары тыуған тупраҡ ҡәҙерен белергә өйрәткән яҡташын онотмай. Элекке Пугачев совхозы киңлектәрендә Линир Сәлишевтың вариҫтары мул уңыш алырға, был яҡтарҙың данын ҡайтанан тергеҙергә иҫәп тота.  
Гөлдәриә Йосопова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика