Үҙенсәлекле ландшафт дизайны

Үҙенсәлекле ландшафт дизайны 03.08.2015

Туймазы районының Собханғол ауылында йәшәүсе Имамовтарҙың баҡсаһында 300-ләп төр сәскә иҫәпләнә. Питомникта шифалы үләндәрҙән алып, йорт декорацияһына тиклемге үҫемлектәр үҫә.

Сәскәләр батшабикәһе тап шуны талап итә лә инде. Рауза башҡа гөлләмәләрҙән айырмалы ул талымлы, айырым бер иғтибар яратҡан үҫемлек. Үҙенә күрә зиннәтле сәскәгә телә, үрмәкес кеүек бөжәктәр ояламаһын өсөн көндә тиерлек һыу һибеү мөһим, ти ландшафт дизайнеры Олеся Имамова.
Олеся Имамова,  ландшафт дизайнеры: «Баҡсалағы раузаларым төрлө төҫтәрҙә сәскә ата. Аҡ розаларҙан көрәненә тиклем бар. Мәҫәлән, был ҡара магия исемле сортҡа ҡарай. Хуш еҫле. Йорт декорацияһында ул иң сағыу гөл һанала».
Туймазы районының Собханғол ауылында йәшәүсе Имамовтар ғаиләһе сәскә үҫтереү менән ике йыл шөғөлләнә. Бындай питомникты эргә-тирәләге төбәктәрҙә осратмаҫһың. Баҡса ла  сәскәләрҙең төрлөлөгө менән һоҡландыра. Хризантеманың ғына тиҫтәләп төрө иҫәпләнә. Ә шифалы үләндәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Ул селекция ярҙамында шәмәхә төҫөн алған юл япрағы, иммунитетты яҡшырыу өсөн махсус үҫтерелгән эхинацея, меңъяпраҡ кеүек үләндәрҙең файҙаһы хаҡында Олеся Имамованың ҡәйнәһе Зөлфиә Мәғдәнур ҡыҙы сәғәттәр буйына һөйләргә әҙер.
Питомниктағы һәр сәскә, һәр үҫемлек үҙенсәлекле. Штец византийский исемле үҫемлекте миҫалға алғанда, ул айырым бер тәрбиә талап итмәй. Тәү ҡарашҡа ябай күренһә лә, ул йорт декорацияһы өсөн ҡулай. Сөнки ул асыҡ йәшел төҫө менән алдыра.
Имамовтар ғаиләһе сәскә артынан республика район-ҡалаларынан тыш, күрше өлкәгәләргә лә сыға. Ниәттәре һирәк осраған орлоҡ, гөлдө тейешенсә үҫтереп импортҡа ебәреү. Киләсәктә йүнселдәр ер майҙанын киңәйтеп, тотош республиканы гөлләмә менән тәьмин итеү маҡсатын ҡуя.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку