Үҙенсәлекле исемдәр. Аҙна яңылыҡтары

Үҙенсәлекле исемдәр. Аҙна яңылыҡтары 22.05.2016

Октябрь революцияһы, башҡа тарихи мәлдәр, советтар союзы илебеҙгә бик күп үҙенсәлекле исемдәр ҡалдырған. Хатта, күнегеп бөтөлгән, ябай ғына күренгән исемдәр ҙә ниндәйҙер билдәле датаға, шәхескә  бәйле булып сыға. Мәҫәлән, шул уҡ Реваль, Люция исемдәре, КИМ-дың Коммунистик интернационал йәштәр булыуы, Нинелдең киреһенсә әйтелгән Ленин икәнлеге, Вилдең шулай уҡ Владимир Ильич Лениндан барлыҡҡа килеүе хәҙер башыбыҙға ла инеп сыҡмай.

Был күренеш ата-олатайҙарыбыҙҙың үҙ иленең ысын  патриоты, идеялы кешеләр булыуынандыр. Шулай ҙа шаярып ҡына, ҡыҙыҡ өсөн балаһына туҙға яҙмаған исем ҡушыусылар ҙа юҡ түгел. Ә бит кешегә шул исем менән ғүмер буйы йәшәргә кәрәк. Икенсенән, исем яҙмышҡа ла йоғонто яһай тиҙәр. Хәйер, был шуҡлыҡтарҙың сикләнеүе ихтимал. Бер төркөм депутаттар сәйер исемдәр ҡушыуҙы тыйыу тураһында закон проекты тәҡдим иткән. Ҡабул ителерме, юҡмы, билдәһеҙ, әммә бик ҡыҙыу фекер алышыу бара.
Йырсы пародист Илсур Тайсин да ҡыҙына  Бинәзир тигән ят һәм үҙенсәлекле исем ҡушҡан.  Ҡайһы берәүҙәр уны Пакистан сәйәсмәне Бенәзир Пхутто хөрмәтенә тип уйлай. Әммә Илсур был шәхес хаҡында ишетмәгән дә була, ә исемде китаптан таба. Туғандары Бинәзирға әлегә тиклем өйрәнеп бөтә алмай.
Ә бына Сибайҙан колледж директоры Лундеж Байморатовтың исеме заман шаңдауы менән бәйле . Үткән быуат уртаһында  революция, Ленин, Май байрамдары менән бәйле исемдәр ҡушыу модала була. Лундеж Хәлитович бала саҡта исеменән уңайһыҙлана, үҙгәртеү хаҡында ла уйлай, әммә үҫкәс был теләгенә кире ҡайта.  Исем кешене түгел, кеше исемде биҙәй, тарихсы атайымдың иҫтәлеге, ти ул.
Октябрь революцияһынан, Бөйөк ватан һуғышынан һуң тарихи ваҡиғаларҙы, шәхестәрҙе, заман яңылыҡтарын исемдәрҙә мәңгелләштереү даими осрай. Вил,  Ким, Революция, Космос, Трактор, Радиолары иң ябайҙары ғына. Кукуцаполь-кукуруза царица полей,  Дуб-даешь усиленный бетонды аңлатҡан исемдәр ҙә осрай, һуңғараҡ Электрификация, Приватизация, Конституциялар китә. Бер йыл элек Воронежда Быпут-быть как Путин тигән малайҙы теркәйҙәр. Башҡортостанда ят,  ҡолаҡҡа ятмаған исемдәрҙән азат түгел.
Һуңғы йылдарҙа барыһын да шаҡ ҡатыған осраҡ- бер ғаилә малайына БОЧ рвф,260602 тип ҡуша, был биологичекий обьект человечества Воронинының, Фроловых тигәнде һәм баланың тыуған көнөн аңлата.Тап ошо  күренештән һуң сәйер исемдәрҙе тыйыу ниәте тыуа ла инде. Законды тәҡдим итеүселәрҙең береһе- адвокат Виктория Пашкова.
Закон проекты әле тәҡдим формаһында ғына. Уға ярашлы сабыйҙарға махсус китапҡа индерелгән исемдәрҙе генә ҡушыу рөхсәт ителә, тыныш билдәләре, һандар өҫтәү тыйыла. Йәғни улар теркәлмәйәсәк. Әлеге ваҡытта милли республикаларҙың үҙенсәлектәре генә һорау тыуҙыра. Был ике исемлелеккә килтереүе ихтимал. Тыуыу тураһында таныҡлыҡҡа бер исем яҙҙырып, мулланан икенсеһын ҡысҡыртыу. Был күренеш әле лә осрай. Башҡортостандың баш мөфтөйө фекеренсә, уларҙың   береһен ҡушамат ҡына тип иҫәпләргә мөмкин. Кешенең исеме берәү һәм күркәм булырға тейеш, был хаҡта Мөхәммәт пәйғәмбәр ҙә әйткән.
Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева  исем ҡушыуға еңел-елпе ҡарарға ярамай, кешенең аты яҙмышҡа ла йоғонто яһай тигән фекерҙә. Сөнки ят исем менән бергә телгә сит өндәр ҙә килеп инә, ә уларҙың мәғәнәһе хәрефтәрҙән дә өҫтөнөрәк. Сөнки донъяла кешелектән башҡа тереклек өндәр аша аралаша.  Шуға сәйер исемен үҙгәрткән кешеләрҙең яҙмышы ла көйләнеп китә.
Әле  иң оҙон исем йөрөтөүсе Һиндостанда йәшәй, ул бер мең 478 хәрефтән тора, исемде уҡыуға ун минут ваҡыт китә.  Чикагонан бер ғаилә балаларына Менингит, Аппендицит, Тонзиллит, Ларингит тигән ауырыуҙар исемен ҡушҡан. Ә бына яңы Зеландияла ҡолаҡҡа ятмаған, туҙға яҙмаған исемдәрҙе биреү тыйылған.  Рәсәйгә килгәндә  закон ҡабул ителһә  сабыйға Шарик тигән исем биреп, бала кешегә ярай  инде тип аҡланыуҙар булмаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика