Үҙен коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүсе тип танытыусы ир хаҡлы ялдағыларҙы 65 мең һумға алдаған

Үҙен коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүсе тип танытыусы  ир хаҡлы ялдағыларҙы 65 мең һумға алдаған 21.10.2015

Өфөлә 37 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше  буйынса ҡарар сығарылған.

Мутлашыусы пенсионерҙарға инеп, уларға йәнәһе лә фатирға артыҡ түләнгән сумманы кире ҡайтарырға тәҡдим иткән.  Бының өсөн биш мең һумлыҡтар биреп, ҡайтарым аҡсаны кеҫәһенә һалған. Һуңынан был аҡсаларҙың ялған икәнлеге асыҡланған.
Тимур Чанышев, Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы  вәкиле:  «Ул  бишәр меңлек аҡсалар сығарып, урында иҫәпләшергә  тәҡдим иткән. Уның һөйләүенсә, артыҡ түләүҙәр 1-2 мең һум тәшкил иткән, һәм ул ҡайтарым биреүҙәрен һораған. Һөҙөмтәлә пенсионерҙар уға өс мең һум аҡса биргән, үҙҙәре ялған аҡсалар алған».
Ошондай юл менән ул Өфөлә 16 өлкән кешене алдаған. Хаҡлы ялдағыларҙы  урамда күҙәткән һәм фатирҙар буйлап та тикшереп йөрөгән. Хөкөм язаһына тарттырылған  ир киләһе йылдарын  ҡаты режимдағы колонияла үткәрәсәк. Бынан тыш, уға матди зыян күреүселәргә бурысын ҡайтарыу ҙа йөкмәтелгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку