Үҫемлектәр донъяһы 28.01.2015

Башҡорт дәүләт университетының ботаника кафедраһы ғалимдары республиканың «Ҡыҙыл китабы»на ингән һирәк үҫемлектәрҙе клонлаштыра. Лабораторияла  тәжрибә яңы башланғыс ҡына ала.

Йәш белгестәр үҫемлекте клонлаштырырға әҙерләй. Уның шытымы махсус стериль камерала киҫелә. Ҡырҡылған йәш япраҡта бик күп күҙәнәктәр бар. Яҡшы шарттар тыуҙырған осраҡта улар һеркәләнеп үрсей башлай. Һөҙөмтәлә яңы үҫемлек үҫтерергә мөмкин.  Ләйлә Мөхәмәтшина үҫемлектәр тикшереү менән ике йылдан ашыу шөғөлләнә. Ботаника кафедраһы аспирантураһында белем алыусы йәш белгес республикала һирәк осраған ләлә сәскәләрен  өйрәнә. Ул ошо ләләләрҙең бер төрөнөң клонын алырға уйлай.
Үҫемлекте клонлауҙан алда, уның үҙен үҫтереү зарур. Бының өсөн лабораторияла махсус һауыттарҙа үҫемлек өсөн уңайлы мөхит булдырыла. Ул төрлө макро һәм микро элементтарҙан тора. Унда сәскә орлоғон һалып ғалимдар үҫентеләрҙе үҫтерә. Бындай ысул менән тәбиғәттә бик һирәк осраған үҫемлектәрҙе лә алырға мөмкин.
Башҡортостандың «Ҡыҙыл китабы»на индерелгән ҙур сәскәле кәкүк ситеге республиканың көнсығыш райондарында үҫә. Уның сәскәләренең диаметры 13 сантиметрға тиклем етә. Ә орлоҡтарын микроскоп аша ғына күрергә мөмкин. Лабораторияла сәскәне махсус һауыттарҙа үҫтерәләр. Үҫемлек үҫеп сәскә атҡансы айҙар түгел, йылдар үтә.
«Ҡыҙыл китап»ҡа ингән меңләгән үҫемлек араһында республикала ғына түгел, донъяла һирәк осрағандары ла бар. Мәҫәлән, таулы райондарҙа үҫкән алтын тамырҙы күптәр дауаланыуҙа ҡуллана. Баҡтиһәң, был үҫемлек тик Башҡортостанда ғына ҡалған. Уныһы ла йылдан-йыл кәмей.
Башҡортостан тәбиғәте уникаль үҫемлектәргә бай. Ләкин уларҙың ни тиклем ҡәҙерле булыуын, ҡыҙғанысҡа, үҫемлек юҡҡа сыға башлағас ҡына аңлайбыҙ. Республикала донъяла һирәк осраған орхидеяларҙың йыл һайын яҡынса 50-һе генә сәскә ата. Әлбиттә, үҫемлекте клонлап кире тергеҙеү ыңғай күренеш. Ләкин уларҙың һәр береһе махсус яраҡлаштырылған мөхиттә генә үҫә ала. Ә был шарттарҙы  яһалма рәүештә булдырып булмай.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика