Ғәҙеллек бар! 01.12.2016

Өфөлә фатир хужаларына идарасы ойошма тарафынан законһыҙ рәүештә түләтелгән аҡсалар ҡайтарылған.

Көтөлмәгән бәхеткә бөтәһе 63 кеше өлгәшкән. Асыҡланыуынса, Совет районының «Торлаҡ хужалығы идаралығы» идарасы компанияһы Комсомол урамының 27-се йортонда йәшәүселәрҙән йортто хеҙмәтләндереү өсөн квадрат метрынан 12 урынына 17 һум алған. Быны ойошма вәкилдәре дөйөм йыйылышта ҡабул ителгән ҡарар менән аңлатҡан. Ләкин прокуратураға мөрәжәғәт булғандан һуң, Совет районы тәфтишселәре бының ысынбарлыҡҡа тап килмәүен асыҡлай. Тикшереү документтың һәм ҡултамғаларҙың ялған булыуын күрһәтә. Һөҙөмтәлә идарасы ойошмаға 100 мең һумлыҡ штраф һалынған.
Камилә Һөйәрғолова, Өфөнөң Совет районы прокуроры өлкән ярҙамсыһы: «Идарасы ойошма бөтөнләй законһыҙ рәүештә тарифты июль айында үҙгәрткән. Октябрҙән фатир хужалары юғары хаҡ күрһәтелгән квитанциялар ала башлай. Уяу граждандар ҡырын эшкә юл ҡуймай,  йортта йәшәүселәргә, законһыҙ түләтелгән 30 мең һумдан ашыу аҡса ҡайтарылған».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика