Үҙебеҙҙең Париж

Үҙебеҙҙең Париж 23.07.2014

Европаның билдәле иленең баш ҡалаһы исемен йөрөткән ауыл Ҡыйғы районында урынлашҡан. Һуңғы йылдарҙа унда башлыса өлкән йәштәгеләр ҡала барһа ла, париждар бер ҙә төшөнкөлөккә бирелмәй, сәмләнеп донъя көтә. Мода яңылыҡтарынан да ҡалышмай. Париж ауылы халҡы тормошо менән беҙҙең ижади төркөм яҡындан танышты.

Париж ауылында йәшәүсе Миңлеғаян Миңлеәхмәтова һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлауға ҡарамаҫтан, ҡатын-ҡыҙ икәнлеген һис кенә лә онотмай. Күрше-күләнгә ҡунаҡҡа барғанда ла, ихата алдына сыҡҡанда ла биҙәнеп-төҙәнеп тигәндәй сыға. Бейек үксәле туфлиҙар урынына ойоҡбаш менән галош әлбиттә. Ләкин уларын да Париж килене айырым бер нәзәкәтлек менән һайлаған. Парижда йәшәгәс, шартына килтереү зарур, ти ханым. 60 йыл иңгә-иң терәшеп йәшәгән Миңлеәхмәтовтар ғаиләһе Париж ауылының үткәнен дә яҡшы хәтерләй. "Калинин" исемендәге колхозда һарыҡсылыҡ тармағы үҫешкән була. Әммә хужалыҡ тарҡалғас, йәштәр ауылдан китә башлай. Башҡортостан Парижында башлыса оло быуын вәкилдәре йәшәй. Һәр кемдең үҙ шөғөлө, үҙ кәсебе бар. Кемдер күпләп ваҡ мал, ҡош-ҡорт тота, берәүҙәр аҫаба халыҡтың боронғо шөғөлө - умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә.Умартасыларҙы Парижда һәр ихата һайын тиерлек күрергә мөмкин. Халыҡ шулай уҡ аҙбар тултырып мал-тыуар аҫрай, баҡса үҫтерә. Парижда үҫтерелгән йәшелсә-емештәрҙе район халҡы ҙур теләк менән һатып ала. Ауыл ҡото оло быуын вәкилдәре тигәне лә хаҡ һүҙҙәр. Үҙ сиратында өлкәндәр бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәй. Парижда мәктәп тә, магазин да юҡ. Шулай ҙа, уларҙың үҙҙәренең Эйфель башняһы бар. Уны урындағы ауыл хакимиәте урынлаштырған. Тимерҙән эшләнмәһә лә, бөтә донъяға билдәле башня төшөрөлгән алтаҡта ауыл халҡын һәм ҡунаҡтарҙы ла үҙенә ылыҡтырып тора.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика