«Үҙеңдең артыңдан олоно оло, кесене кесе иткән, туғандары һәм ата-әсәһе менән йылы мөнәсәбәт булдырған, динде хөрмәт иткән балалар ҡалдыр», тиелә хәҙистәрҙә

 «Үҙеңдең артыңдан олоно оло, кесене кесе иткән, туғандары  һәм ата-әсәһе менән йылы мөнәсәбәт булдырған, динде хөрмәт иткән балалар ҡалдыр», тиелә хәҙистәрҙә 21.11.2014

Ғафури районының Юлыҡ ауылында тыуып үҫкән Мәрүә менән Рәшит Урманшиндар донъяуи һәм дини эштәрҙә үҙҙәре лә алдынғы булып,ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып, Хоҙай ҡушҡанса йәшәгән.

Урманшиндарҙың балалары Азамат, Рәйлә, Ләйлә, Рәйсә ата-әсәһенең изге уйҙарын тормошҡа ашырып,яҡташтарына иман, мәғрифәт нуры тарата. Ғафури районының Юлыҡ ауылында улар башланғысында мәсет асылыуға ун йыл ғүмер үтеп киткән. Ошо йылдар эсендә тирә-яҡта иман арта,шарап һәм иҫерткес эсемлектәр ҡулланыусылар кәмей, һау-сәлмәт сабыйҙар донъяға килә.
Суфия Юлыҡова, Юлыҡ ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе: «Беҙҙең мәсет Рәшит һәм Мәрүә исемен йөрөтә. Балалары Азамат, Рәйлә, Ләйлә, Рәйсә апайҙар мәсетебеҙҙе матур итеп тәрбиәләп ярҙам итеп тәрбиәләп бағып торалар».
Юлыҡ ауылы мәсете элекке кохоз идараһы бинаһын реконструкциялатып төҙөлгән. Матди сығымдарҙы Өфөлә йәшәүсе яҡташтары Азамат Рәшит улы үҙ яуаплылығына алған. Уның һеңлеһе Рәйлә Урманшина ла мәсетте тергеҙеүгә күп көс һәм тырышлыҡ һалған. Яҡташтары менән  осрашыуға эшлекле ханым мул бүләктәр менән ҡайтҡан. Иман, изгелек сәселеп торған йыйында  мәсеткә әүҙем йөрөүсе ағинәйҙәр маҡтап телгә алынды һәм уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.  
Илфат Ҡужин, Юлыҡ ауылы биләмәһе башлығы: «Салауат хәҙрәт халыҡ менән бик әүҙем эшләй.Ныҡ тырышҡанын күрәбеҙ.Ауылым һәм ауылдаштарым тип йәшәгән Рәшит ағайҙың балаларына ифрат рәхмәтлебеҙ».
Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан Әхмәт хәҙрәттең иманға, берҙәмлеккә, матур тормошҡа өндәгән  вәғәзе барыһының да күңеленә хуш килде. Ул ошо төбәктә дини эштәрҙе алға ебәреүҙә Салауат хәҙрәт Юлыҡовтың эшмәкәрлеген юғары баһаланы.  Осрашыуға килгән шәхестәр  сығышы фекер тәрәнлеге менән айырылып торҙо,бөгөнгө тормоштан көнүҙәк булған мәсьәләләргә арналды.
Азамат Урманшин, бағыусы: «Ауырлыҡтар аша еңеллек менән сығыр өсөн,беҙҙең бөтәбеҙҙән дә тырышлыҡ талап ителә. Аллаһы тәғәләнән генә көтөп ятырға кәрәкмәй.Тормошта актив позицияла торорға кәрәк.Ниндәйҙер эш менән мауығып, мал үҫтереп,ниндәйҙер саралар күреп,уңыш табып,уны һатып ,хәлле йәшәргә яҙһын».
Иманлы,тәртипле ,татыу ғаиләлә үҫкән Урманшиндар мәсеткә ата-әсәһенең исемен ҡушҡан. Уларҙың изге ғәмәлдәрен күҙ уңында тотҡанда: «Ояһында ни күрһә-осҡанында шул булыр» тигән мәҡәлде иҫкә төшөрәһең.  Рәшит үә Мәрүә тип аталған мәсет юлында йөрөгән кескәй балаларҙан киләсәктә  Урманшиндар кеүек милләтебеҙ, халҡыбыҙ өсөн  янып йәшәгән шәхестәр сығыр тип ышаныс менән әйтергә була.                                      
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика