Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа паркты төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара

Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа паркты төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара 19.07.2016

Бында ике тиҫтә йыл элек бөтә ижтимағи саралар үтәкәрелеп килгән. Оҙаҡ йылдар ташландыҡ хәлдә торған йәшел зона яңырыу осоро кисерә.

Юлдарға тортуар плитәләрен һалыу, парк биләмәһен ҡороған ҡарт ағастрҙан таҙартыу, балаларға уйын, йәштәргә бейеү майҙансығын төҙөү. Был эштәр бөтәһе лә   урындағы башланғыстарҙы хуплау Республика программаһына таянып башҡарыла. 2015 -cе йылда Асҡар ауылы халҡы был программала ҡатнашып, миллион ярым күләмендә субсидия алыуға ирешә. Эштәрҙең бер өлөшөн үҙ иҫәптәренә башҡара.

Район үҙәгендә һигеҙ меңдән ашыу халыҡ йәшәй. Был программаға ҡанашыуҙы күпселек хуплап сығыш яһаған. Төҙөкләндереләсәк парктың маҙаны ике мең квадрат метр, уны төҙөкләндереү июндә башланһа ла, августа  тамамларға ниәттәре.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика