Ҡәбер аҡсаларынан елдәр иҫкән

Ҡәбер аҡсаларынан елдәр иҫкән 10.05.2017

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Филипп Сидоровтың туғандары ғәҙеллек талап итә. Фронтовиктың балалары  Хәрби комиссариатҡа  бюджет ярҙамында аталарының ҡәбер ташын яңыртыуҙы һорап мөрәжәғәт итә. Әммә маҡсатлы аҡсаларҙы билдәһеҙ кешеләр үҙләштергән булыуы асыҡлана.

Ни өсөн белмәгән-күрмәгән кешегә һәйкәл өсөн документ юлланған? Һәм ул кеше бының хаҡта белгәнме икән, тигән һорауҙар борсой ветерандың балаларын.
Мария Семенова, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының ҡыҙы: «Бәлки ул уйланып сығарылған исем-шәриф булғандыр, йә ундай кеше бөтөнләй юҡтыр. Ниндәй документҡа ҡарап аҡса күсермәк кәрәк? Хәрби билеты, үлем тураһында таныҡлығы ла юҡ бит?!»
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ерләнгән урынға ҡәбер ташы урынлаштырыу теләк буйынса башҡарыла. Һәм уның өсөн ғаилә ағзаларынан бер тин дә аҡса алынмай. Бар сығымдарҙы ла Оборона министрлығы ҡаплай.
Владимир Сидоров, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының улы: «Беҙ үҙәк хәрби округына мөрәжәғәт иттек. 2008 йылда ниндәйҙер Козлова фамилиялы берәү атайыбыҙ ҡәберлегенә һәйкәл урынлаштырыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән. Һәм был үтенес башҡарылған да инде тигән яуап алдыҡ. Беҙҙең туғандар араһында бындай фамилия йөрөткән кеше юҡ».
Фронтовик Филипп Степановтың туғандары намыҫһыҙ башҡарылған эште аңлап етмәй. Мутлашыуҙың бындай төрө булыуы уларҙы башына ла һыймай. Баҡыйлыҡҡа күскән ветерандарға ҡәбер ташы урышлаштырыуға йүнәлтелгән бюджет аҡсаһын үҙләштереү бер Стәрлетамаҡ ҡалаһында ғына теркәлмәгән. Һамар, Липецк, Иркутск һәм Архангел өлкәләрендә мәҫәлән, әле иҫән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өҫтөнән ҡәбер аҡсаларынан алып ятҡан осраҡтар ҙа бар. Мутлашыу асыҡланған. Әлеге хәл буйынса фронтовиктың туғандары Стәрлетамаҡ прокуратураһына мөрәжәғәт иткән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика