Ҡасаҡтарға ярҙам

 Ҡасаҡтарға ярҙам 24.07.2014

Илдә дауам иткән сыуалыштан ҡотолоу эҙләүсе бер ғаилә тураһында һөйләгәйнек инде, әле улар  Иглин районы Михайловка ауылында һыйынған. Украина граждандары эшкә урынлашҡан. Бөгөн ҡасаҡтар ғаиләһенә гуманитар ярҙам да килеп етте.

8 кешенән торған Мезенко ғаиләһе июнь уртаһында өләсәләренең тыуған төйәге булған Михайловкаға тыныс тормош эҙләп килә. Уларға шунда уҡ тейешле ярҙам күрһәтелә, махсус комиссия ғаиләнең тормошон нисек тә булһа еңеләйтергә тигән маҡсат менән эш башлай.  
Сергей Косматков, Красный восход ауыл биләмәһе башлығы: «Бәләгә тарыған был ғаиләгә тәү сиратта йәшәү урыны кәрәк. Әле ҡасаҡтарҙы өләсәләренең иҫке йортонда урынлаштырҙыҡ. Икенсе мөһим мәсьәлә - эш урыны. Район кимәлендә беҙгә эшсе ҡулдар кәрәк, шуға ла был мәсьәлә мотлаҡ хәл ителәсәк».
Мезенко ғаилә район күләмендә иң ҙур ҡасаҡ ғаиләһе булып иҫәпләнә, уларға эшҡыуарҙар, район халҡы ла ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә  тырыша. Күмәк эш һөҙөмтәләре оҙаҡ көттөрмәй, ҡасаҡтарға кейем-һалым, аҙыҡ-түлек  дарыуҙар һәм бер аҙ аҡса йыйыла.
Снежанна Михайлова, ҡасаҡ: «Беҙгә дарыуҙар, аҙыҡ-түлек менән ярҙам иттеләр, бының өсөн район халҡына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Тик тиҙҙән тыуасаҡ балам өсөн генә борсолам. Уны Рәсәй гражданины тип танырҙармы, пособие бирерҙәме? Әлегә билдәһеҙ».
Кешеләрҙең мәрхәмәтлеге бәләгә тарыусыларҙың күңелендә өмөт сатҡыларын уята. Әле улар үҙҙәрен  йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп тойорға теләй. Бындай мөмкинлек тә үҙен оҙаҡ көттөрмәне. Ирҙәр район ойошмаларының береһендә  эшкә урынлашҡан. Уларҙың кәрәкле белеме һәм  квалификацияһы ла бар. Киләһе аҙнанан егеттәр Башҡортостанда хеҙмәт юлын башлаясаҡ.
Раил Бикмәтов, "Башминералресурс" ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары: «Украина граждандарын беҙгә ябайлаштырылған юл менән эшкә алырға рөхсәт ителде. Уларға бары тик анкета тултырырға кәрәк. Документтарҙы иһә бер аҙ һуңыраҡ рәсмиләштерәбеҙ».
Әлегә Рәсәйҙәге хеҙмәт юлын Мезенко ғаиләһенән  3 ир кеше башлай, ҡатындар һуңғараҡ. Район етәкселеге билдәләүенсә, уларҙы мәктәп һәм һөт фермаһына урынлаштырырға форсат бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика