«Һалдат һуғышты һайламай» 15.02.2016

Әбйәлил районында тыуып үҫкән хәрби-интернационалистарҙың батырлығына арналған китап донъя күрҙе. Башҡорт һәм рус телдәрендә нәшер ителгән йыйынтыҡ Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 27 йыл тулыуға бағышланды.

Афған һуғышында Әбйәлилдән 157 кеше ҡатнаша. Бәхеткә күрә, уларҙың барыһына ла тыуған ауылдарына иҫәп-һау ҡайтырға насип була. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн дүрт яугирға "Ҡыҙыл Йондоҙ" ордены тапшырыла, бик күптәре миҙалдар менән бүләкләнә. "Һалдат һуғышты һайламай" тип аталған китапта ветерандарҙың мәңге уңалмаҫ күңел яралары, хәтирәләр, фотоһүрәттәр сағылыш тапҡан, бай архив мәғлүмәттәр тупланған. Баҫманы сығарыуҙа район хакимиәте ҙур ярҙам күрһәтә, бер үк ваҡытта хәрби-интернационалистар үҙҙәре лә тос өлөш индерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика