RSS
Күгәрсен районының Һапаш ауылында Еңеү паркы һәм яңы обелиск барлыҡҡа килде
Уны ауыл халҡы урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнашып төҙөткән. Сығымдарҙың бер өлөшөн республика, район бюджеты биргән, ҡалған аҡсаны урындағы бағыусылар һәм Һапаш ауылы халҡы йыйған.
21 / 10 / 2017 274
"Ҡояшлы аллея".
Өфөлә йәнә бер "йәшел утрау" барлыҡҡа килде. Уға ирекмәндәр һәм мөмкинлектәре сикләнгән балалар нигеҙ һалды. "Нур" татар дәүләт драма театры янындағы майҙанға ҡарағай һәм эрбет үҫентеләре ултыртылды. Ойоштороусылар әйтеүенсә, маҡсат ҡаланы йәшелләндереү генә түгел, ә был эшкә мөмкинлектәре сикләнгән кескәйҙәрҙе йәлеп итеп, уларҙы йәмғиәттә йәшәргә өйрәтеү.
21 / 10 / 2017 207
Футболкаларҙа милли һыҙат
Башҡорт халҡы костюмдарын  Инзира Хәбибрахманова төрлө байрамдарға кейеп йөрөгән. Ә түшелдерекле футболкалар миллилекте сағылдырған кейемде көндәлек тормошта ла кейерлек итеп эшләү уйынан башлана.
21 / 10 / 2017 186
Тәбиғи парктар һәм заказниктар автопаркы яңы техника менән тулыланды
Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы инспекторҙарға 16 автомобиль һәм 14 ҡаргиҙәр тапшырҙы.
20 / 10 / 2017 211
Башҡорт халҡының бөйөк улы Мостай Кәрим исемен йөрөткән самолет Өфө аэропортына ултырҙы
Һауа карабын халыҡ шағирының ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы, туғандары ҡаршы алды. Самолет пассажирҙары ла көтөлгән ҡунаҡтар. Ил башҡалаһынан Өфөгә Мостай Кәримдең ейәне, әҙиптең тыуыуына 98 йыл тулыу уңайынан уҙғарылған сараларҙа ҡатнашыусылар килде.
20 / 10 / 2017 172
Имеш-мимештәргә урын юҡ
Башҡортостанда бешмә менән зарарланған бер генә мал да юҡ. Ҡурҡыныс ауырыуҙы йоҡторғандары юҡ ителгән , ә һау малдарға вакцина яһалған. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов интернет брифинг барышында белдерҙе.
20 / 10 / 2017 156
Рәсәй һыу аҫты кәмәләренең береһе "Өфө" тип аталасаҡ
Был турала бөгөн Төньяҡ флоты командиры урынбаҫары Андрей Величко белдерҙе. Проекты тормошҡа ашырыу өсөн әүҙем эшмәкәрлек талап ителә, бәлки бының өсөн халыҡ һайланыусыларын да йәлеп итергә кәрәк буласаҡ.
20 / 10 / 2017 246
Башҡортостан йәнә иғтибар үҙәгендә
Өфөлә 10-сы тапҡыр "21 быуат мәғариф киңлегендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре" исемле халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция уҙа. Ике көн дауам итәсәк мәртәбәле сарала Башҡортостандан, Мәскәүҙән, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән, сит илдәрҙән дин әһелдәре, ғалимдар, белгестәр ҡатнаша.
19 / 10 / 2017 191
Күп балалы ғаиләләргә- янғын сығыуҙы иҫкәртеүсе ҡорамалдар ҡуйыла
Өфөлә 2 мең 178 адрес буйынса янғын сығыуҙы иҫкәртеүсе датчиктар тапшырыласаҡ. 300-ҙән ашыу ғаиләгә был ҡоролмалар  ҡуйылған да инде. Сираттағы рейд Амантай урамындағы йорттарҙа йәшәүселәргә ойошторолдо.
19 / 10 / 2017 237
Ваҡыт туҙаны төшмәгән шиғриәт
Башҡортостан үҙенең бөйөк улдарының береһе, даһи шағир Мостай Кәримдең тыуына 98 йыл тулыуҙы билдәләй. Әйтерһең әҙип үҙе, йылдар аша  халҡына мөрәжәғәт итә. Уның шиғырҙары яңғырай,сәсмә әҫәрҙәре уҡыла,  драмалары  сәхнәгә ҡуйыла.  Иң мөһиме Мостай Кәрим ижадына йәш быуындың иғтибары арта.
19 / 10 / 2017 229
Быйыл легендар бейеүсе, балетмейстер Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 105 йыл тула
Талант эйәһенең исемен ғорур йөрөткән халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары һәм ветерандары һәр йылдағыса уның тыуған көнө алдынан баш ҡаланың Мосолмандар зыяратында осрашты. Ҡәберенә ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалыу, биләмәне тәртипкә килтереүҙә ҡатнашты. Ижади коллектив етәкселеге, оло быуын артистары хәтирәләр даръяһына сумып, йәштәргә мәшһүр бейеүсенең сәнғәт үҫешенә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшө хаҡында ла һөйләне. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәшиҙә Туйсина Фәйзи Ғәскәровтың, тәү сиратта, оҫта хореограф булыуын билдәләне.
19 / 10 / 2017 235
"Ҡыҙыл берет"ҡа физик һәм психологик әҙерлек аша
Ҡырмыҫҡалы районы бөгөн Волга буйы федераль округы төбәктәрен бергә йыйҙы. 150-ләп заявка араһынан ни бары 28-е генә берет алыу өсөн һынау тотто.
18 / 10 / 2017 264
Иғтибар үҙәгендә - экология
Бөгөн Дәүләт йыйылышы ҡоролтай депутаттары, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты  һәм Рәсәй төбәктәренән килгән ғалимдар Дәүләт экологик сәйәсәтендәге көнүҙәк  проблемаларҙы тикшереү өсөн Халыҡ-ара  фәнни-ғәмәли кәңәшмәгә йыйылды.
18 / 10 / 2017 250
Салауат районында "Янғантау" геопаркын асыу урындағы халыҡ өсөн яңы үҫеш мөмкинлеге
Был турала бөгөн экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры Илдар Һаҙыев Республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында белдерҙе. Кәңәшмәлә геопаркты ойоштороу тәҡдимдәре ҡаралды. Министрлыҡ геопаркты тап Салауат районында ойоштороу башланғысы менән сығыш яһаны. Хөкүмәт ағзалары тәҡдимде хупланы. Тейешле документтар юлланғандан һуң Салауат Юлаевтың тыуған төйәгендә геопарк ойоштороу башланғысын халыҡ-ара эксперттар ҡарамағына тапшырыласаҡ. Уларҙың республикаға ноябрь айында килеүе көтөлә.
17 / 10 / 2017 244
Урман хазинаһын тәләфләүселәр, тарихи ҡомартҡыларҙы юҡ итә
Белорет районы Айғыр ауылы ергәһендә бер быуат элек төҙөлгән Борисов мейестәре тарихи ҡомартҡыларҙан һанала. Уларҙа тимер иретеү заводтары өсөн ағас күмере етештерелгән. Әммә күптән түгел быуаттан ашыу торған мейестәрҙе урман эшкәртеүселәр һүтеп, юлға түшәгән. Белорет районы хакимиәтендә был мейестәргә зыян килтереүселәр яуап тотасаҡ, тип ышандыралар.
17 / 10 / 2017 276
Ҡалған эшкә ҡар яуа, әле иһә ямғыр
Алексеевка ауылындағы ике ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәүселәрҙең фатирҙары яуған ямғырҙан зыян күргән. Подрядсы ойошма өй түбәһен алмаштыра башлаған, тик башлаған эшен еренә еткереп эшләйме юҡмы икәне әлегә ҙур һорау тыуҙыра.
17 / 10 / 2017 205
Екатеринбург ҡалаһында Башҡортостан көнөн билдәләнеләр
Сара республиканың Урал федераль төбәге вәкиллеге тарафынан ойошторолдо. Свердловск өлкәһендә Башҡортостан көнөнә арналған сараны Республиканың вәкиле Амур Хәбибуллин төбәктә урынлашҡан йәмәғәт ойошмалары менән осрашыуҙан башланы. Әңгәмә барышында милләттәштәребеҙ үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап эҙләне. Мәҫәлән, күптәр репетициялар һәм кәңәшмәләр йыйыр өсөн бинаға наҡыҫлыҡ кисерә икән. Ә йәштәрҙе милли хәрәкәткә йәлеп итеүҙең сере шәхси миҫалда, ти Екатеринбург башҡорттары.
17 / 10 / 2017 256
Белорет районында экологик өмә ойошторолдо
Көньяҡ Урал ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре  райондың  туристар мәккәһе булған урындарын йыл һайын тәртипкә килтерә.Шүрәле тештәре, Ҡарташ түбәһе туристарҙяң яратҡан ял урыны.
16 / 10 / 2017 192
"Сәләм" мәсете иман нуры тарата
Шишмә районының бай тарихлы  Иҫке Ябалаҡлы ауылында яңы иман йорто  файҙаланыуға тапшырылды. Мәсетте  асыу тантанаһына дин әһелдәре  генә түгел ауыл халҡы ла, ошонда тыуып үҫеп  әле ситтә йәшәүсе яҡташтар ҙа  йыйылды.
16 / 10 / 2017 176

Страницы: 1 2 3 4 5 ... 237 След.
Календарь новостей

Яндекс.Метрика