Зорге менән Халтурин урамдары киҫелешендәге 12 ҡатлы биналағы янғында бер кешенең ғүмере өҙөлдө 30.09.2016

3 кеше йәрәхәтләнгән, тиҫтәгә яҡыны төтөнгә ағыуланған.  Әле ут һүндерелгән ваҡиға урынында тикшереүселәр эшләй.   Яҡынса мәғлүмәткә ярашлы ут урындағы ресторандарҙың береһендә тоҡанып киткән. Шаһиттар билдәләүенсә бинала биҙәкләү эштәре барышында газ менән эшләүсе ҡоролма ҡулланылған. Зәңгәр яғыулыҡ тултырылған баллондарҙың береһе шартлап бина ут эсендә ҡалды. Ялҡын тиҙ арала таралып бина тышлығына тоҡанды. Шәп яныусы материал аша ут ҡыйыҡҡа тиклем күтәрелде. Һөҙөмтәлә өҫкө ҡаттарҙа эшләүсе тиҫтәгә яҡын кеше тотҡонда ҡалды. Янғын һүндереүселәргә уларҙы бейек баҫҡыстары ярҙамында эвакуацияларҙа тура килде.  Янғын сәбәпле зорге урамында оҙайлы транспорт тығыны барлыҡҡа килде.

Янғын һүндереү хеҙмәттәренең бер-нисә бригадаһы шунда уҡ янғын сыҡҡан нөктәне асыҡлап, дөрләп янған утты һүндерергә тотондо. Ҡотҡарыусыларҙың килешеп эшләү һөҙөмтәһендә  тотош бинаға таралған ялҡын һүндерелде.
Янғын мәлендә ваҡиға урынында биштән ашыу ашығыс ярҙам бригадаһы эшләне.  Ҡазаланыусыларға улар тәүге медицина ярҙамы күрһәтте. Янғын сыҡҡан объектта тиҫтәләп подрядсы ойошма эшләгән. Ваҡиға шаһиттары ут сығыуҙы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүҙән күрә.
Объектта тиҫтәләгән сит ил граждандары эшләгән. Уларҙың күбеһе Корея граждандары.Зорге урамындағы 3-сө һанлы  йортта  янғын иртәнге 11 тулып килгәндә сыға. Хәүефле сигналды ишетеү менән  ҡотҡарыу һәм ашығыс ярҙам хеҙмәтттәре килеп етә. Төҙөүселәрҙең береһе, сит ил ватандашы дүртенсе ҡаттан һикерә. Ҡыҙғанысҡа, уны ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр. Ҡалған өсәүһе дауаханаға оҙатылған. Әлеге ваҡытта янғын һүндерелгән. Уның сәбәптәрен тәфтиш комитеты тикшереүселәре асыҡлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика