Закондар ҡәтғиләшеүгә ҡарамаҫтан иҫерек килеш руль артына ултырыусылар кәмемәй

Закондар ҡәтғиләшеүгә ҡарамаҫтан иҫерек килеш руль артына ултырыусылар кәмемәй 28.11.2016

Уҙған ял көндәрендә генә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары тарафынан 200-гә яҡын эскән водитель асыҡланған. 35 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Шишмә - Ҡырғыҙ-Миәкә юлында «ВАЗ» машинаһы водителе - 58 йәшлек ир идара итеү һәләтен юғалтып, ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм сит ил автомобиленә бәрелә. Фажиғәлә ике кешенең ғүмере өҙөлә, өс кеше төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.

Ауырғазы районында ла авария ҡорбанһыҙ үтмәй. Өфө-Ырымбур юлында 45 йәшлек водитель шулай уҡ идара итеү һәләтен юғалтып, йөк машинаһы менән бәрелешә. «Reno Logan»дың пассажиры - 58 йәшлек ҡатын шунда уҡ һәләк була. Нефтекамала Камаз юл ситенә сығып оса. Зыян күреүселәр юҡ. Машинаны махсус техника ярҙамында кюветтан мендерәләр. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары буранлы һауа торошо булыу сәбәпле, автоһәүәҫкәрҙәрҙе юлда иғтибарлыраҡ булырға, оҙон сәфәргә сыҡмаҫҡа саҡыра. Ҡар күп яуыу һөҙөмтәһендә механик авариялар һаны артҡан.
Юлда йәйәүлеләр менән теркәлгән бәхетһеҙ осраҡты кисектерергә кейемгә йәбештерелгән яҡтыртыусы элементтар ярҙам итә. Водителдәр ҡараңғыла фликерҙарҙы - 400 метр арауыҡтан уҡ күрә ала. Уларҙы сауҙа үҙәктәрендә, дарыуханаларҙа һатып алырға мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку