Йыл да Республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы тарафынан матбуғат конференцияһын ойоштороу матур традицияға әүерелде 17.12.2016

Ошо көндәрҙә республикала идаралыҡ етәксеһенең төбәктәр буйлап күсмә семинарҙары үтә. Уның тәүгеһе Әбйәлил районында көньяҡ-көнсығыш төбәге матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында уҙҙы.  

Быйыл, үткән йылдарға ҡарағанда, юл-транспорт ваҡиғаларының һаны кәмегән,күп осраҡта авариялар водитель арҡаһында теркәлә.  Юлдарҙа үлем осраҡтары ла  һирәгәйгән, әммә балалар ҡатнашлығындағы һәләкәттәр,  уларҙың йәрәхәтләнеү осраҡтары артҡан. Бөгөн юл инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре өсөн тәү сиратта ошондай хәлдәрҙе кисектереү маҡсатында ваҡытында аңлатыу эше алып барыу бурысы тора.  
Республиканың юл хәрәкәте баш инспекторы балаларҙы транспортта йөрөтөү мәсьәләһенә айырым туҡталды. Күптән түгел Ханты-Манси өлкәһендә теркәлгән һәләкәт бар кешелекте тетрәндерҙе. Төбәктә йылына 70 процент балалар тап пассажир булараҡ һәләк була. Шуға күрә автобустағы балаларҙы ГАИ хеҙмәткәрҙәрҙәренең   оҙатып барыуы-төп шарт. Законды белмәү бер кемде лә яуаплылыҡтан аралай алмай, тине Динар Ғилметдинов.
Осрашыу барышында шулай уҡ матбуғат хеҙмәткәрҙәре район-ҡалаларҙы борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итә алды. Баймаҡ телевидениеһы бөгөн урындағы халыҡты борсоған регистрация-теркәү бүлегенең эшмәкәрлеге буйынса һорауға тулы яуап алды.
Киләһе йылда юл инспекцияһының күп функциялы үҙәктәр менән хеҙмәттәшлек итә башлауы байтаҡ мәсьәләләрҙе урында, айырым ваҡытты хәл итергә мөмкинлек бирәсәк.Бөгөн юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекциялары өсөн  заманса эшләү ысулына күсеү-алда торған бурыстарҙың береһе булып ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика