Юлдарҙа иғлан ителмәгән аяуһыҙ һуғыш бара 03.03.2015

Бер яҡтан, водителдәр юғары тиҙлектә йөрөһә, йә эскән килеш руль артына ултырһа, икенсе яҡтан, иғтибарһыҙ, ялҡау йәйәүлеләр. Светофорға, үткәүелгә тиклем бер нисә метр атларға иренгән халыҡ менән ҡала тулған. Көндөҙ барыһы ла күҙ алдында булһа, киске ваҡытта, юлды үтеүе бер ни тиклем аяныслы ла. Яҡынлашып килгән автомобиль хужаһы йәйәүлене абайламай ҡалыуы мөмкин. Фликер ярҙамында бәләнән ҡотолорға мөмкин дә бит... Күптәр быға ҡул һелтәп кенә ҡарай.

Тамғалар менән билдәләнмәгән урындарҙа юл аша сығыу хәүефле. Кисә киске сәғәт туғыҙҙар тирәһендә Сәй фабрикаһы янында булған юл фажиғәһендә кеше ғүмере өҙөлә. Менделеева урамында теркәлгән осраҡ буйынса әле тикшереү эштәре алып барылһа ла, бар ғәйеп йәйәүленең үҙендә булыуы көн кеүек асыҡ.
Юл ҡағиҙәләре ҡан менән яҙылған тиҙәр. Дөрөҫ, 22 йәшлек ҡыҙ ҙа ҡабаланып өс машина аҫтында ҡала. Күреүегеҙсә, бында транспорт хәрәкәте көслө. Яҡындағы йәйәүлеләр үткәүеленә тиклем дә 300 метр тирәһе атларға кәрәк. Был аҙымдар ҡыҙҙың ғүмерен ҡотҡарыр ине.
Тик был осраҡ башҡаларға һабаҡ булыр тимә. Сәй фабрикаһы янында рөхсәт ителмәгән урындарҙа юл ҡыйыусылар һаман да бар. Ә бит яҡынлашып килгән автомобиль хужаһының руль артында иҫерек булыуы ла ихтимал...
Туғыҙ йәшлек игеҙәктәр Дана менән Янаның да ғүмере ҡыҫҡа була. Кисен олатайҙары менән  тышҡа йөрөргә сыҡҡан балалар юлды тиҙ генә йүгереп сығырға ниәтләй, ләкин  юғары тиҙлектә килгән машина водителе уларҙы тапап китә. Ә бит яҡында ғына ер аҫты үткәүеле була...
Йәштәр, ололар үҫеп килгән быуынға үрнәк булырға тейеш тә бит, тик ҡайһы бер ата-әсәләр, хатта, балаларын етәкләп алып ҡағиҙәгә ҡаршы килә. Бәхеткә, күптәр киреһенсә кескәйҙәре өсөн борсола.
Уҡыусылар араһында ла юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмаусылар бар. Бәхетһеҙ осраҡтарҙы булдырмаҫ өсөн, бәлки, йәйәүлеләргә язаны көсәйтергә кәрәктер?!
Хәйер,  Рәсәйҙә 1 июлдән яңы закон ғәмәлгә инә. Уның буйынса, йәйәүлеләр төндә фликерҙар тағырға, йә махсус ялтырауыҡтар тегелгән кейемдә йөрөргә тейеш. Әлегә был талап мәжбүри түгел, шулай ҙа йәйҙән ҡағиҙәне боҙоусыларға биш йөҙ һум күләмендә штраф ҡаралған. Фажиғә осраҡтары бер ни тиклем кәмер тип көтөлә.
Инспекторҙар балаһының  хәүефһелеге өсөн борсолған ата-әсәләр был законды теүәл үтәр тигән фекерҙә. Сөнки юл фажиғәләре күп осраҡта битарафлыҡ һөҙөмтәһе.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика