Юлдағы бәләкәй генә хата ысынлап та ҙур бәләгә юл асыуы ихтимал

Юлдағы бәләкәй генә хата ысынлап та ҙур бәләгә юл асыуы ихтимал 05.08.2016

Был һүҙҙәрҙең хаҡлығын  бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә йәнә  М-5 федераль трассаһында теркәлгән аварияла күрергә мөмкин. Ҡазандан Силәбегә юл тотоусы пассажир автобусы ҡаршы һыҙатҡа сығып Маз йөк фургоны менән бәрелеште.

Һөҙөмтәлә салондағы 38 пассажирҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйҙы. Бәхеткә һәләк булыусылар юҡ. Шулай ҙа автобус водителе йәрәхәт алыуы билдәле. Юл патруль хеҙмәте инспекторҙары эҫе көндәрҙә юлда икеләтә иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын арттырмаҡа һәм кәрәкмәгән урында ҡаршы һыҙатҡа сыҡмаҫҡа кәңәш итә.Минуттар тотош ғүмергә торошло түгел.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика