Юл-транспорт ваҡиғаһында йәрәхәтләнгән ҡатындың үлем осрағы буйынса енәйәт эше асылды

 Юл-транспорт ваҡиғаһында йәрәхәтләнгән ҡатындың үлем осрағы буйынса енәйәт эше  асылды 30.11.2017

Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы ҡатындың ғүмере өҙөлгән юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәп һәм эҙемтәләрен тикшергәндән һуң енәйәт эше ҡуҙғатырға ҡарар итте. Тәфтишселәр ҡулланыусыларҙың ғүмере йәки сәләмәтлеге хеүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәттәр күрһәтеүҙе тикшерә.

Тәфтишселәрҙең төп фаразы буйынса, 25 йәшлек ханым юл-транспорт ваҡиғаһында ауыр йәрәхәттәр менән Балаҡатай үҙәк дауаханаһына урынлаштырыла. Әммә уға тейешле ярҙам күрһәтелмәйенсә, Мәсәғүт дауаханаһына оҙатыла. Юлда ханымдың ғүмере өҙөлә. Әле енәйәттең барлыҡ нескәлектәрен асыҡлау һәм ғәйеплеләрҙе билдәләү маҡсатында оператив эҙләү саралары үткәрелә. Осраҡ буйынса беҙҙең хәбәрселәр Балаҡатай районынан  видеосюжет әҙерләгәйне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку