Юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булыусылар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә бишенсе урынды биләй

Юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булыусылар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә бишенсе урынды биләй 13.01.2017

Башҡортостан юлдарында теркәлгән авария 500-ҙән ашыу кешенең ғүмерен өҙгән, тағы биш меңдән ашыуы йәрәхәтләнгән. Статистика мәғлүмәттәрен дәүләт инспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдинов килтерҙе.

Бөгөн республика юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығында уҙған йыл һөҙөмтәләре барланды. 2016 йылда республика юлдарында 81 кеше һәләк булған, 500-ҙән ашыуы йәрәхәтләнгән. Динар Ғилметдинов үҙ сығышында транспортта балаларҙы ташыу ҡағиҙәһенең үтәлешен тикшереүҙе етди контролгә алыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Шулай уҡ автоһәүәҫкәрҙәр менән берлектә, йәйәүлеләргә лә профилактик сараларҙың үтәлеше лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.
Динар Ғилметдинов, Башҡортостан ЮХХДИ идаралығы етәксеһе: «Үткән йыл статистикаһы буйынса эскән килеш рулгә ултырыусыларҙың бермә-бермә артыуы күҙәтелде. Был юҫыҡта авариялар һаны ла кәмемәй. Иҫерек автоһәүәҫкәрҙәргә ҡарата эштәр быйыл да туҡтамаясаҡ. Юл инспекторҙары төнгө дежурҙа ял һәм байрам көндәрендә лә эшләйәсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку