Юл-патруль хеҙмәте испекторҙары тарафынан ойошторолған күләмле профилактик рейд барышында уҙған тәүлектә республикала өс мең ярымдан ашыу юл ҡағиҙәһен боҙоу осрағы асыҡланған

Юл-патруль хеҙмәте испекторҙары тарафынан ойошторолған күләмле профилактик рейд барышында уҙған тәүлектә республикала өс мең ярымдан ашыу юл ҡағиҙәһен боҙоу осрағы асыҡланған 16.09.2017

Шулай уҡ эскән килеш руль артына ултырған 104 водитель ҡулға алынған. Төрлө төбәктәрҙә теркәлгән 12 юл-транспорт фажиғәһендә 19 кеше йәрәхәтләнгән. Ошондай аварияларҙың береһендә Камаз менән «Форд Фьюжн» автомобиле бәрелешкән.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Салауаттан 44 йәшлек ҡатын һулға боролған ваҡытта йөк транспортын үткәрмәй. Һөҙөмтәлә техникаларҙың икеһе лә юлдан ситкә оса. Аварияла 6 кеше зыян күрә. Иномарка водителе һәм уның өс пассажиры дауаханаға оҙатыла. Камаздың 40 йәшлек водителе һәм уның 23 йәшлек пассажиры төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре ала.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку