Юл - патруль хеҙмәте инспекторҙары өсөн сираттағы  рейд -төнгө ҡыуышыуҙар, тауыш күтәреүҙәр һәм авариялар менән тулы 05.09.2015

Бер төн эсендә инспекторҙар йөҙҙән ашыу иҫерек водителде һәм дүрт меңдән ашыу юл ҡағиҙәһен боҙоусыларҙы асыҡланы.

Полицияға телефондан   шылтыратыусы фекеренсә, был Газель автомашинаһы Стәрлетамаҡ районында бер-нисә йәйәүлене тапай яҙған. Уны туҡтатырға теләү бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәгән-водитель газға баҫып үҙе йәшәгән урамға ҡасҡан. Уны шунда тотоп алалар ҙа инде.
Юлда тәртип боҙоусыға шул минутта ҡатыны һәм әсәһе йөҙөндә яҡлаусылары ла килеп етә. Һөҙөмтәлә инспекторҙың кейемдәре йолҡолана,тәртип боҙған ирҙе патруль машинаһына ултыртырға тырышыу ҙа уңышһыҙ тамамлана
Ошоға тиелем бер һүҙ өндәшмәгән водитель, һалҡын ерҙә бер аҙ хәл йыйғандан һуң, ҡапыл теле асылып, полиция хеҙмәткәрҙәренә бысраҡ һүҙҙәр менән ташлана.
Руль артына эскән килеш ултырыусы водителдәргә ҡарата ҡанундарҙа талаптар артыуы көтөлмәгән һөҙөмтәгә килтерә-улар туҡтарға теләмәй, инспекторҙарҙан ҡасыу яйын ҡарай. Көн һайын юл -патруль хеҙмәте инспекторҙары авария менән тамамланыусы ҡот осҡос уҙыштарҙа ҡатнашырға мәжбүр. Был ҡиммәтле автомобиль хужаһы Өфөлә полицейскийҙарҙан ҡасҡан арала Үҙәк баҙар янындағы клумбаға бәрелә һәм суд приставтары бинаһына янына баш түбән әйләнгән көйө барып төшә. Водитель иҫән-һау, әммә ул спиртлы эсемлек ҡулланғанмы юҡмы икәнен тикшертеүҙән баш тарта.
Дмитрий ҙа үҙ ғәйебен танырға ашыҡмай. Ҡатмарлы юридик терминдар менән инспекторҙарҙың башын ҡатыра, яҡлау эҙләп адвокатына шылтырата. Бер аҙ ҡыҙмаса булып алған Александрға донъя түңәрәк. Был егет үҙенең Нива автомобилендә парковкала торған сит ил машинаһына бәрелә.
Юл хәүефһеҙлеге инспекторҙары төнгө рейд барышында 4 меңдән ашыу юл ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы һәм йөҙҙән ашыу водителде руль артында эскән килеш ултырыусыны туҡтатҡан. Йыл башынан алып  республика юлдарында 2898 юл транспорт фажиғәһе теркәлгән, унда 395 кешенең ғүмере өҙөлгән,балалар ҡатнашлығында 284 фажиғә теркәлгән, унда 18 бала мәрхүм булған, 305 -тән йәрәхәттәре алған.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика