Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Нуғай тимер юл киҫелешендә юл ҡағиҙәләрен боҙған водителде асыҡланы

Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Нуғай тимер юл киҫелешендә юл ҡағиҙәләрен боҙған водителде асыҡланы 20.09.2017

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үлемесле авария кисә иртәнге сәғәттәрҙә теркәлде. Өфөнән «Touareg» автомобилендә  42 йәшлек ҡатын алдындағы «Рено»ның юлын ҡыйып, семафорҙың ҡыҙыл төҫөнә үтеп өлгөрә. «Рено»ға иһә ошо арҡала ҡиммәтле секундтарын юғалтырға тура килә, тиҙлеген кәметкән автомобилде  поезд бәрҙерә. Һөҙөмтәлә водителе, 56 йәшлек ҡатын һәләк булды. Тимер юлындағы  фажиғә автоһәүәҫкәрҙәргә аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай тәьҫир  итте.

Тимер һәм автомобиль юлы киҫешкән был урында семафорҙың ҡыҙыл төҫө алдараҡ тоҡана һәм состав үтеп киткәндән һуң 10-15 минут самаһы ваҡыттан һуң ғына тоҡана. Түҙемһеҙләнеп алға ашҡыныусы водителдәр йыш ҡына  ҡыҙыл төҫ янғанда ла был юл сатын үтеп китергә тырыша. Әммә йыш ҡына хәүефле маневрҙар юл-транспорт фажиғәһе менән тамамлана.
Юғары тиҙлектә елеүсе поезд семафорҙың ҡыҙыл төҫөнә хәрәкәт итеүсе  «РЕНО» автомобилен бәрҙерә. Һөҙөмтәлә  руль артында ултырған 56 йәшлек ханым үлемесле йәрәхәтләнә. «Рено»ның юлын ҡыйып үткән «Фольсваген Тигуан» автомобиле юлды ҡыҙыл төҫкә сығып өлгөрә. Полиция хеҙмәткәрҙәре джип водителенең эҙенә төшә.
Илнур Садиҡов, Өфө ҡалаһы буйынса юххди идаралығы етәксеһе: «Тимер юлы киҫелешендә фольксваген туарек автомобиле ҡыҙыл семафорға үтеп китә. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр рулдә ултырыусының шәхесен асыҡланы.  Ул Өфөлә йәшәүсе 42 йәшлек ҡатын. Уға ҡарата административ протокол төҙөлдө. Артабан был документ тикшереү органдарына ебәреләсәк».
Нуғай ҡасабаһында йәшәүселәр әлеге юл сатында бындай фажиғәләр ҡабатланмауын теләй. Улар шлагбаум ҡуйыуҙы талап итеп ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәгән. Әммә халыҡтың үтенесе ыңғай хәл ителмәгән. Беҙҙең һорауҙарға ҡала властары ла был юл федераль мөлкәткә ҡарай тип яуапланы, ә тимер юлы вәкилдәре фажиғә менән бәйле сетерекле хәлгә асыҡлыҡ индерергә  теләмәне. Мәсьәлә хәл ителмәгән һайын, тап ошо урында береһенән -береһе ҡурҡынысыраҡ бәхетһеҙ осраҡтар теркәлә. Тик уяулыҡ һәм юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәү генә бәлә-ҡазанан аралаясаҡ,ти водителдәр.
Был юлдан йөҙ метр самаһы өҫтәрәк еңел автомобилдәр  өсөн ер аҫты үткәүеле лә ҡуйылған. Әммә күптәр ул хаҡта белһә лә, һыу буйы сират аша тура юлдан йөрөүҙе хуп күрә.
Нуғай ҡасабаһынан был поез юлы аша йөрөүсе водителдәр состав үтеп киткәндән һуң  да семафорҙың ҡыҙыл төҫө  саманан тыш оҙаҡ янып тороуға зарлана. Күптәр сабырһыҙланып юлды ҡыҙыл төҫкә  сыҡҡанда фажиғәғә тарый. «Рено» автомобиле менән булған фажиғәнән һуң был юл сатында тәртип урынлаштырылырмы? Һорау әлегә асыҡ ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку