Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Өфөлә юғалған өс автомобилдең эҙенә төштө

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Өфөлә юғалған өс автомобилдең эҙенә төштө 07.07.2017

Транспорт сараларын урлаусылар ҡулға алынған. Уларҙың Нижегородка биҫтәһенән булыуы асыҡланды.  

15-се модель «ВАЗ» автомобиле Зәки Вәли урамындағы ихатанан 4 июлгә ҡараған төндә юғала. Шул уҡ көндө билдәһеҙ водитель оҡшаған транспорт менән велосипедта китеп барыусы малайҙы бәрҙерә. Бәхеткә күрә, бала әллә ни зыян күрмәй, әммә ваҡиға шаһиттары автомобилдең маркаһын һәм номерын иҫләп ҡала. Аварияның Нижегородка урамдарының береһендә теркәлеүен иҫәпкә алып ғәйепле башлыса ошо биҫтәлә эҙләнә. Бынан тыш, полицияға Пушкин урамынан һәм Дим биҫтәһенән 12-се, 14-се модель «ВАЗ» автомобилдәре юғалыуы тураһында ла хәбәр килә. Оператив-эҙләү эштәре барышында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары урланған транспорттың береһен таба. Енәйәттә ғәйепләнеүселәрҙең ҡасырға маташыуы һөҙөмтә бирмәй. Ҡулға алынған егеттәрҙең иң өлкәненә ни бары 20 йәш. Ошонда уҡ юғалған башҡа автомобилдәр ҙә табыла. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика