Ысын дуҫтар ауыр саҡта һыналмай икән

Ысын дуҫтар ауыр саҡта һыналмай икән 04.07.2015

Һәр хәлдә, Белорет районында теркәлгән ваҡиғанан һуң шулай тип фекер йөрөтөргә мөмкин. Сөнки бер төркөм туристар бәләгә тарыған иптәшен урманда яңғыҙын ҡалдырып киткән.

Билдәле булыуынса, 25 июндә Вадим Классен дуҫтары менән Белорет районындағы Урал тауҙың Инйәр тештәре һыртына походҡа сыға.  Әммә туристар өйҙәренә ҡайтҡас егетте урманда ҡалдырып китеүҙәре тураһында ҡотҡарыусыларға хәбәр итә. Бының сәбәбен улар Вадимдың аяғын өйкәтеп атлай алмауы менән аңлата.  Бер нисә  көнгә һуҙылған эҙләү эштәре әлегә бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәгән. Туристар ҙа дуҫтарын ҡайһы урында ҡалдырып китеүҙәре тураһында аныҡ ҡына мәғлүмәт бирә алмай. Башҡортостан юлдаш каналында барған «Эҙәрмән» тапшырыуының проект авторы Гүзәл Хәмитова әйтеүенсә,  Инйәр тештәре һыртында аҙашырға бик тә мөмкин, шулай ҙа ҡайһы бер билдәләр ярҙамында кәрәкле юлды табырға була.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку