Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә

Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә 15.10.2017

Өфө халҡының 300 миллион һум аҡсаһын кеҫәһенә һалған ир сит илгә ҡасып та ҡотола алманы. Кипр властәре  Рәсәйгә ҙур күләмдәге мутлашыуҙа ғәйепләнеүсе 65 йәшлек Валерий Денисовты тапшырҙы. Генераль прокуратура хәбәр итеүенсә, 2009-2015 йылдарҙа Денисов Өфөлә "Дуҫлыҡ - төҙөлөш"торлаҡ кооперативына етәкселек итә.

Кооператив Киров һәм  Пархоменко урамдары киҫелешендә төҙөлә башлаған йортта фатирҙар һата.  Валерий Денисов өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың 307 миллион һумдан ашыу аҡсаһын үҙләштереп  Кипрға ҡаса. Валерий Денисов ике енәйәт статьяһы буйынса  - мутлашыу һәм законһыҙ юл менән аҡса эшләүҙә ғәйепләнә. Ғәйепләнеүсе әле Мәскәүҙә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл июль айында "Дуҫлыҡ - төҙөлөш" кооперативында өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусылар, проблеманың хәл ителеүен һорап, аслыҡ иғлан иткәйне.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку