Ырымбур вәкиле Өфөлә оло йәштәгеләрҙе алдарға маташҡан 15.06.2016

Тәү ҡарашҡа һис кенә лә бурға оҡшамаған 19 йәшлек егет Башҡортостандың баш ҡалаһы  менән танышырға килдем, тип ышандырырға тырыша. Шуға ҡарамаҫтан, уның сәйәхәте рәшәткә артында тамамланды. Оператив мәғлүмәткә ярашлы, ул телефон аша мутлашыуҙа ғәйепләнә. Бер көн эсендә «сос» егет ике пенсионерҙы төп башына ултырта яҙған.

Күрше төбәктән килгән йәш кеше тапалған юлдан бара. Оло йәштәгеләргә шылтыратып «Һеҙҙең улығыҙ юл ҡазаһына эләкте» тип алдап,  енәйәт эше асыуҙан ҡотҡарыу өсөн аҡса талап итә. Артабан ул пенсионерҙарҙың аҡсаһын һәм документтарын алып юҡҡа сыға. Полиция хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, был афераны мутлашыусы Өфөлә лә уңышлы йәйелдерергә ниәтләй. Әммә зыян күреүселәрҙең береһенә аҡса алырға килгәндә тотола. Әле енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү бара. Ырымбур егетенең башҡа мутлашыу осраҡтарына бәйле булыу ихималлылығы ҡарала.  Йылғыр егеттән зыян күреүселәргә  йәки уның тураһында мәғлүмәт белеүселәргә 237-19-60 һандары буйынса дежур бүлеккә йәки 128 һандарын йыйып, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефонына шылтыратырға мөмкин.
(347) 237 19 60 ЙӘКИ ЭЭМ-ның ЫШАНЫС ТЕЛЕФОНЫ -128

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика