Ырымбур трассаһының 225-се километрындағы аварияла кеше ғүмере өҙөлгән.

Ырымбур трассаһының 225-се километрындағы аварияла кеше ғүмере өҙөлгән. 17.09.2014

Юлдың Күмертау ҡалаһы эргәһендәге өлөшөндә Мәләүез яғына юлланыусы 6-сы модель водителе ҡаршы юлға сығып KIA автомобиленә төкәлгән.

Көслө бәрелештән ВАЗ автомобиле юл ситенә осҡан. 18 йәштәге водитель менән уның 53 йәшлек атаһы дауаханаға оҙатылған. Һуңғыһы дауаханала вафат булған. Ә Стәрлетамаҡ районында LADA автомобиле юлда ятҡан өлкән йәштәге ҡатынды тапаған. 22 йәшлек водитель әйтеүенсә, ул юлда кеше ятыуын күрмәгән. Уның һүҙҙәренең хаҡлығы асыҡланған.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика