Ҡырмыҫҡалыла ваҡытлыса изолятор тотҡондары ҡасҡан

Ҡырмыҫҡалыла ваҡытлыса  изолятор тотҡондары ҡасҡан 12.09.2014

Ҡасҡындарҙың береһе тиҙ арала яңынан ҡулға алынған, әммә икенсеһен тотош  аҙна буйы ҡыуаларға тура килгән. Уны зарарһыҙландырырға  урындағы халыҡ ярҙам итә.  Һиҙгер замандашыбыҙ юл-патруль хеҙмәте инспекторҙарына  ҡасҡынды Яңы Ҡыйышҡы ауылы ихаталарының береһендә күреүе тураһында хәбәр итә. Ваҡиға урынына полицияның көсәйтелгән наряды ебәрелә һәм изоляторҙан үҙ белдеге менән  иреккә сыҡҡан ир ҡулға алына.  

Тикшереү барышында Ҡырмыҫҡалы эске эштәр бүлегенең төрлө кимәлдәге 8  хеҙмәткәре вазифаһынан бушатылған. Ҡайһы береһенең  дәрәжәһе түбәнәйтелгән.  Изоляторҙа төнгө дежурҙа торған тәртип һаҡсыларының береһенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ул вазифаһын еренә еткереп башҡармауҙа ғәйепләнә. Тәфтишселәр фаразлауынса, изолятор тотҡондары  ғәйепләнеүсенең эшенә һүлпән ҡарауынан файҙаланып, камераларынан иреккә сыҡҡан  һәм тәртип һаҡсыларына ҡаршы көс ҡулланып ҡасып киткән. Әле  осраҡ буйынса тикшереү эше дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку