Ҡырмыҫҡалы районында  юл-транспорт фажиғәһе теркәлде 11.05.2015

Юғары тиҙлектә килеүсе «Шкода Октавия» ҡаршы һыҙатҡа сығып «Хонда ЦРВ» автомобиле менән бәрелешә.  Авария һөҙөмтәһендә һуңғы транспорт сараһы юлдан ситкә оса. Бәхеткә күрә, салонда ултырған өс кеше, шул иҫәптән ете йәшлек бала зыян күрмәй.

Артур Рамаҙанов, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе: «Был авария кисә көндөҙгө дүрттәр тирәһендә Өфө-Ырымбур трассаһының 40-сы километрында теркәлде. Тейешле документтарҙы тултырған ваҡытта инспекторҙар «Шкода» водителенең эскән булыуын һиҙеп ҡала. Әммә үҙен саманан тыш ҡыҙыу тотҡан ир медицина тикшеренеүе үтеүҙән баш тартты».
Бынан тыш, испекторҙар менән әңгәмәләшкән ваҡытта водитель ҡыҙып китеп аяғы менән  патруль машинаның тәҙрәһен вата. Медицина тикшеренеүе үтеүҙән баш тартһа ла, ул һуңынан үҙенең эскән булыуын таный. Ә юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау автоһәүәҫкәр өсөн күптән ҡәҙимге күренешкә әйләнгән, күрәһең.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика