Ҡырмыҫҡалы районында балыҡтарҙың күпләп ҡырылыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде

Ҡырмыҫҡалы районында балыҡтарҙың күпләп ҡырылыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде 02.05.2017

Күңелһеҙ хәл Тауһеңер ауылы эргәһендәге  күлдәрҙең береһендә теркәлгән. Һәләк булған һаҙан,  суртан һәм алабуғалар һыу өҫтөнә ҡалҡҡан.

Һаҙан, суртан, алабуға Тауһеңер күле яр буйы тулып ята. Балыҡтарҙың яҡынса 20-30 проценты һәләк булған тип фаразлана.
Йәүҙәт Мирғәлиев ауылдаштары менән бергә хәҙер тирә-яҡты тәртипкә килтерергә мәжбүр. Бындай хәл бығаса бер ҙә ҡабатланмаған.
Тауһеңер күлендә балыҡтарҙың күпләп ҡырылыу сәбәбе ҡышҡыһын боҙ аҫтында уларға һауа етмәүгә бәйле. Шулай ҙа ауыл эргәһендәге һыу ятҡылығында йыл да мәкеләр уйылып торған. Мартта ғына Ҡырмыҫҡалы районы уҡыусылары Башҡортосан юлдаш телевидениеһы менән берлектә әлеге урында экологик акция ойошторғайны. Быйыл яҙҙың һыуыҡ килеүе балыҡтарҙың күпләп ҡырылыуына сәбәбсе булыуы ихтимал.
Ауылда йәшәүселәр өсөн күл йәшәү сығанағы. Эсәр һыу ошо ятҡылыҡтан алына, шуға урындағы халыҡ төп проблема тип күлдең тирә-яғы сүп-сарлы булыуында күрә. Бында йәй ял итеү, һыу инеүҙе тыйырға кәрәк ти улар.
Тауһеңерҙә йәшәүселәр әле экологик өмә ойошторорға иҫәп тота, әлеге хәл ҡыш йәнә ҡабатланмаһын өсөн саралар күрелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку