Ҡырмыҫҡалы районында балыҡтарҙың күпләп ҡырылыуы күҙәтелгән

Ҡырмыҫҡалы районында балыҡтарҙың күпләп ҡырылыуы күҙәтелгән 01.05.2017

Күңелһеҙ хәл Тауһеңер ауылы эргәһендәге  күлдәрҙең береһендә теркәлгән. Һәләк булған карп һәм  суртандар һыу өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡан. Был фотоларҙы шаһиттар беҙҙең редакция ватцабына ебәргән. Тәбиғәт байлығының  ҡырылыуына халыҡ ҙур борсолоу белдерә.

Һәр йылдағыса ҡыш айҙарында төбәк күлдәрендә балыҡтарҙың тонсоғоуын иҫкәртеү маҡсатында күпләп мәкеләр уйыла. Быйыл февраль аҙағында ла Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тарафынан бында экологик акция ойошторолғайны. Тауһеңер күлендәге хәлдең сәбәбе тураһында тулыраҡ мәғлүмәт яңылыҡтарҙың киләһе сығарылыштарында.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку