Ҡырмыҫҡалы районы Тауһеңер күлендәге балыҡтар ҡышты сыға алмай, һәләк булған 02.05.2017

Күпләп ҡырылыу сәбәбе - һыуҙың тынсыуында. Урында йәшәүселәр боҙ иреү менән үле һаҙан, алабуға, суртандарҙың өҫкә ҡалҡып сығыуына шаһит була. Икенсе аҙна инде ошо хәлде күҙәткән халыҡ  ярҙам һорап беҙҙең редакцияға  мөрәжәғәт итте. Ни тиһәң дә, күл  - тауһеңерҙәр өсөн йәшәү сығанағы ла. Эсәр һыу тап ошо ятҡылыҡтан алына.  

Тауһеңер күлендә хәҙер балыҡ ҡармаҡлау мөмкин түгел, үле табыш үҙе ярға сыҡҡан. Ҡышҡыһын боҙ ҡатламы аҫтында һауа етмәү сәбәпле, һаҙан, суртан, алабуғалар күпләп һәләк була. Яҙ көндәрҙең ҡапыл йылытып, һыуытыуы - балыҡтарҙың тағы ла ҡырылыуына килтергән. Ҡар ирей башлау менән Тауһеңер ауылында йәшәүселәр ошондай күңелһеҙ күренеш шаһиты була. Яр буйындағы юғалтыуҙар һанап ҡына бөтөрлөк түгел. Йәүҙәт Мирғәлиев әйтеүенсә, проблема  вайымһыҙ кешеләргә лә бәйле, балыҡ үрсетәм тип, күлдәге тере йәндәрҙе әрәм итәләр.
Ҡырмыҫҡалы районында балыҡтарҙың күпләп ҡырылыуы тәүгә түгел. 2007 йылда Талпаҡ күле лә тынсыу сәбәпле, 70 процентҡа яҡын балығы һәләк була. Экологик һәләкәт Тауһеңерҙә лә ҡабатланмаһын өсөн урындағы халыҡ ҡышҡыһын мәкеләр уйыу буйынса эште йәндәндерә. Әммә киҫкен проблема  хәл ителмәй.
Әйтәйек, быйыл февраль аҙағында биләмәлә  мәктәп уҡыусылары Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә  ҙур экологик акция ойошторғайны. Әммә яҙғыһын һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуы, боҙҙоң ҡапыл иреп, кире туңыуы йәнә һәләкәткә килтерә. Өфө яны биләмәләре идаралығының тирә-яҡты һаҡлау буйынса әйҙәүсе инспекторы Артур Камалов әйтеүенсә, хәүефһеҙлек саралары алдан күрелмәгән булһа, юғалтыу тағы ла күберәк булыр ине.
Ауылда йәшәүселәр балыҡтарҙың күпләп ҡырылыуынан бигерәк үҙҙәренең сәләмәтлеге өсөн борсола. Аңларға була, халыҡ ошо ятҡылыҡтан һыу эсә. Тауһеңерҙәр яҙлы-көҙлө  күлдең тирә-яғы сүп-сарҙа  булыуынан да яфалана. Бында бигерәк тә йәй ял итеү, һыу инеүҙе тыйырға кәрәк ти улар.
Ауыл халҡы күлде нисек тә булһа һаҡлап ҡалырға тырыша, тирә-яҡты тәртипкә килтереү буйынса ойошторолған өмәгә лә улар дәррәү сыҡты. Һыу ятҡылығы эргәһендә ни бары утыҙ йорт урынлашҡан, әммә был проблема барыһы өсөн дә уртаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика