Ҡырмыҫҡалы дауаханаһынан утыҙҙан ашыу кеше эвакуацияланды

Ҡырмыҫҡалы дауаханаһынан утыҙҙан ашыу кеше эвакуацияланды 11.01.2018

Бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә дежур-диспетчер хеҙмәтенә дауахананың процедура кабинеттарының береһенән төтөн сығыуы  тураһында хәбәр килә. Ваҡиға урынына тиҙ арала урынға 81-се янғын бүлеге көстәре ебәрелә. Асыҡланыуынса, ут яҡтыртыу системаһында ҡыҫҡа ялғаныштан килеп сыҡҡан.

Дауахананан табибтарҙан тыш  26 пациент, шул иҫәптән ике бала эвакуациялана. Төтөн сығыу сәбәбе асыҡланғандан һуң, хеҙмәткәрҙәр эш урынына һәм пациенттар палатарға ҡайтарыла. Зыян күреүселәр юҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку