Йортто талар алдынан ғөсөл ҡойонорға булған 27.06.2017

«Росгвардия» хеҙмәткәрҙәре Өфө районы ауылдарының береһендә  сәйер бурҙы ҡулға алды. Үҙәкләштерелгән пультҡа килгән мәғлүмәт буйынса сыҡҡан төркөм ваҡиға урынында билдәһеҙ аяҡ эҙҙәренә юлыға. Ишек бикле булған хәлдә тәҙрәнең асыҡ тороуы, ә өйҙә аяҡ тауыштары ишетелеүе шик уята.

Биләмә ҡамауға алына, йорт хужалары саҡыртыла. Тәртип һаҡсылары өйгә ингәндә өҫтәлдә аҙыҡ-түлек һәм спиртлы эсемлектәргә юлыға, ә 31 йәшлек ир ванна бүлмәһендә йыуынып ултырған була. Ғәйепләнеүсенең быға тиклем дә хөкөмгә тарттырылыуы билдәле. Ҡулға алыныусы артабан полиция ҡулына тапшырылды, әле енәйәт эшен ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика