Яр буйында уйнап йөрөгәндә бер туғандар - 12 йәшлек ҡыҙ менән 9 йәшлек малайҙың өҫтөнә ер убылып төшә

Яр буйында уйнап йөрөгәндә бер туғандар - 12 йәшлек ҡыҙ менән 9 йәшлек малайҙың өҫтөнә ер убылып төшә 01.08.2014

Ҡырмыҫҡалы  районында  ике  баланың  ғүмере өҙөлдө. Яр буйында уйнап йөрөгәндә бер туғандар - 12 йәшлек ҡыҙ менән 9 йәшлек малайҙың өҫтөнә ер убылып төшә. Ваҡиға шаһиты -  уларҙың тиҫтерҙәре ҡурҡышынан был турала ололарға хәбәр итмәгән. Ата-әсә балаларын бәхетһеҙ осраҡтан һуң алты сәғәт үткәс кенә таба. Ҡыҙғанысҡа, улар тере булмай.

Ғимрановтар ғаиләһен ҡара ҡайғы баҫҡан. Ата-әсә иң ғәзиз кешеләре - 12 йәшлек ҡыҙҙары һәм 9 йәшлек улдары менән хушлаша. Уларҙың ауыр юғалтыуын уртаҡлашырға яҡындары, күрше-күләндәре йыйылған. Бәхетһеҙ осраҡ тураһында күрше малай ваҡытында хәбәр иткәндә, үҙ ҡулдарым менән ҡаҙып сығарыр инем, тип әсенә әсә.
Бәхетһеҙ осраҡ 31-се июлдә  теркәлә. Көндөҙ ағалы-һеңлеле үҫмерҙәр  ғәҙәттәгесә, ауыл осондағы йырынға йүнәлә. Уларға өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән 10 йәшлек дуҫтары ла ҡушыла. Киске сәғәт 7-ләрҙә ҡыҙыл балсыҡ менән уйнап ултырған балалар өҫтөнә балсыҡ ишелеп төшә. Ике бер туған ер аҫтында ҡала. Быны күргән малай өйөнә йүнәлә, әммә был турала бер кемгә лә хәбәр итмәй. Кәүҙәләр бәхетһеҙ хәлдән һуң яҡынса 6-7 сәғәт үткәс төнгө берҙә табыла.
Балалар баш осонда ҡалҡып  торған ер убылыр тип уйламаған күрәһең. Балсыҡтың ишелеүенә бер көн алдан яуған ямғыр ҙа булышлыҡ итеүе ихтимал.
Фажиғә урынында ярҙың бейеклеге 6 метрға тиклем барып етә. Урындағы халыҡ билдәләүенсә, балалар бында йыш килгән. Бынан тыш ололар ҙа көндәлек кәрәк-яраҡтары өсөн ошо урындан ҡыҙыл балсыҡ ташыған.
Күп балалы ғаиләлә өс бала ҡалған.  Иң олоһона 15 йәш булһа, кесеһенә тиҙҙән 3 йәш тула. Күршеләре Ғимрановтарҙы тырыш ғаилә булараҡ, ыңғай ҡылыҡһырлай.
Малай фажиға тураһында ололарға ваҡытында хәбәр иткән хәлдә лә балаларҙың тере ҡалыуы икеле. Сөнки уларҙың балсыҡ аҫтында ике минут эсендә тонсоғоуҙары ихтимал тигән фекер ҙә бар. Һәр хәлдә хәҙер бер нимәне лә үҙгәртеү мөмкин түгел. Әле бәхетһеҙ осраҡ буйынса тикшереү эше бара. Балаларҙы иртәгә ерләйәсәктәр.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку