Ярҙам кәрәк! 03.02.2016

Өфө ҡалаһының «Ветеран- 2» баҡсасылар ширҡәтендә йәшәүсе  Вәлиевтарҙың йорто янып көл-күмергә ҡалған. Янғын беренсе февраль төнөндә сыға. Ике балалы ғаилә бер ҡат кейемдә урамда ҡалған. Йәш ғаиләнең хәленә инеүселәр уларҙың иҫәбенә аҡса күсерә ала.  Вәлиевтар  халыҡтан ярҙам һорамаған да булыр ине. Әгәр йорт страховкалаған булһа.

11 йәшлек Реналгә ул ҡурҡыныс төндө хәтерләү еңел түгел. Иртәнге сәғәт биштәр тирәһендә  әсәһе уята. Уларҙың   өйөн ут телдәре ялмап алған була.  Эске кейемдә килеш кенә тәҙрә аша урамға һикереп сығып күршеләренә инәләр.    Йорт  эсен төҙөкләндереп ,  ҙур маҡсаттар менән   йәшәп  ятҡан ғаиләнең тормошо бер- нисә сәғәттә селпәрәмә килә.
Йәкшәмбе көндө ғаилә мунса яҡҡан. Йоҡларға ятып күп тә үтмәй янғын сыға. Мунса йортҡа төкәтеп эшләнгән. Фаразлауҙарынса ут шунан сыҡҡан. Ҡыҙыл әтәс тәүҙә  икенсе ҡатты, шунан тотош йортто ялмап ала. Янғын һүндереүселәргә  баҡсасылар ширҡәтендәге адрес буйынса   килеп етер өсөн тар, урау  һәм көрт баҫҡан  урамдарҙы  үтергә кәрәк. Тура юлды гараждар кооперативы ябып ҡуйыуы эште тағы ла ҡатмарлаштыра ти, бында йәшәүселәр.    
Вәлиевтар ике бала тәрбиәләй. Йортто  әсәлек капиталына  үҙ көстәре менән бынан ике йыл элек кенә төҙөп ингәндәр. Ғаилә башлығы һәр ҡаҙаҡты үҙе ҡағып тырышып һалған йорт көл-күмергә ҡалған. Әле улар күршеләрендә йәшәй.
Әгәр йорт старховкаланған булһа,  ғаилә бер ай эсендә түләүҙе алып   икенсе йорт төҙөй башлар ине. Йығылырымды белһәм мендәр түшәп ҡуйыр инем, тигәндәй, бер кем дә фажиғә көтөп йәшәмәй. Күсемһеҙ милекте страховкалау  Совет осоронда мотлаҡ була торғайны. Уҙған быуаттың  туҡһанынсы йылдарында ул  туҡталып ҡалды. Хәҙер  һәр кемдең үҙ иркендә. Страховка компанияларының береһендә  республикалағы 110 мең йорт страховкаланған. Был дөйөм алғанда күсемһеҙ милектең  21 процентын тәшкил итә.
Юрий Шезель, страховка компанияһы директоры: «Йортто страховкалағанда уның  ниндәй материалдан төҙөүенә иғтибар бирелә. Кирбес йорт бүрәнә йортҡа ҡарағанда осһоҙораҡҡа төшә. Шулай уҡ инженер системаларының булыу-булмауы ла иҫәпкә алына һәм  страховка йорт хаҡының  бер процентын тәшкил итә».  
Күсемһеҙ милек бер йылға страховкалана. Баҡсасылыҡ ширҡәттәренә  айырым иғтибар бүленә. Һәр йыл һайын страховка компанияһы вәкилдәре  май байрамдары ваҡытында ширҡәтттәргә  барып  баҡсала йәшәүселәргә страховка тәҡдим итә. Тик уның мөһимлеген аңлап еткермәүселәр күп. Нисек кенә баналь яңғырамаһын, һаҡланғанды, һаҡлармын тигәнде  һәм  хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен  иҫтә тоторға кәрәк. Һуңынан үкенмәҫ өсөн. Вәлиевтар ғаиләһенә кем күпме ярҙам итә ала, банктағы иҫәп һандарын экранда күрәһегеҙ.  


ЯРҘАМ КӘРӘК!
АЙГӨЛ ВӘЛИЕВА 8 -917-341-63-22
ҺАҠЛЫҠ БАНКЫ КАРТАҺЫ : 6761 9600 0275 901909
ЛИАНА СИРАЕВА (ВӘЛИЕВТАРҘЫҢ ТУҒАНЫ)

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика