Янсыҡ ҡәҙерлеме, әллә ғүмерме?

Янсыҡ ҡәҙерлеме, әллә ғүмерме? 09.12.2014

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре кеше талаусыны ҡулға алған. Бысаҡ менән ҡоралланған ир ҡыҙға ташланған. Асыҡланыуынса, енәйәттә ғәйепләнеүсе бер нисә көн элек кенә уның фатирын бер тәүлеккә ҡуртымға алған булған. Һөжүм мәлендә иҫән ҡалыу өсөн хужабикә аҡсаһын, банк карталарын һәм кеҫә телефонын биргән. Енәйәтте эҙәрлекләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре  таланған әйберҙәрҙе хужаһына кире ҡайтарған.

27 йәшлек эшҡыуар Юлиә Мусина үҙ фатирын  билдәләнгән хаҡҡа бер тәүлеккә  биреп торор булған. Шул көндө фатир һорап сираттағы клиент килгән. Ул аҡса ғына түгел, хатта документтарын да ҡалдырған. Асҡысты  иртәгәһенә кире ҡайтарған. Ул сығып китеү менән йәнә ишек шаҡыйҙар. Хужабикә ҡурҡышынан телһеҙ ҡала. Ни өсөн тигәндә, ишектең теге яғында хәҙер инде күҙҙәре аларған шул уҡ ир баҫып тора. Ул фатир хужаһының муйынына бысаҡ терәп аҡса таптыра һәм 18 мең һум аҡсаны, кеҫә телефонын, банк карталарын алып ҡаса. Юлиә шунда уҡ полицияға шылтырата.
Енәйәтсенең кем икәнлеге, әлеге мәлдә ҡайҙа булғаны, ҡайҙан шылтыратҡаны өс сәғәт эсендә беленде.
Андрей Ширшов, Өфөнөң Совет районы буйынса полиция бүлеге етәксеһе: «Енәйәтсе тәүлек эсендә табылды һәм ҡулға алынды. Ул элек тә  хөкөм ителгән  булып сыҡты. Енәйәт буйынса тикшереү эштәре бара».
Асыҡланыуынса, исеме билдәһеҙ  24 йәшлек егет Өфөгә Әлшәй районынан килгән. Уның биографияһында кеше талау һәм мутлашыуға бәйле ике статья бар. Был осраҡта инде ул енәйәт ҡылғанда иҫерек булыуына  һылтана.
Ғәйепләнеүсе: «Иртән торҙом, һыра алып эстем. Шул мәлдә фатир ҡарарға ла ваҡыт етте. Ниндәй шайтан ҡотортҡандыр  үҙем дә аңламайым».
Йәш ир ҡылығы өсөн ныҡ үкенә. Ғәфү итенергә лә уйы бар. Төрмәнән сыҡҡас та яңы тормош башларға ниәтләнә ул. Зыян күреүсе ҡыҙ полиция хеҙмәткәрҙәренә  рәхмәтен белдерә һәм уларҙың өлгөрлөгөнә һоҡлана.
Юлиә Мусина: «Енәйәтселәрҙе тотоу ябай эш түгел икән. Тимәк, түләнгән һалымдарыбыҙ уҙен аҡлай. Әлдә был кеше яуапҡа тарттырылды. Иректә йөрөһә берәйһенең ғүмерен ҡыйыр ине».
Ҡулға алыныусының биографияһы тағы ла «байыраҡ» хәҙер. Әммә енәйәт статьяларына...  Егеткә  «Кеше талау» статьяһы буйынса эш асылды. Әгәр ҙә дәлилдәр раҫланһа, уны 8 йылға тиклем иректән  мәхрүм ителеү көтә.
Фәнүз Шәмсетдинов

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку